Улар мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙан алып территорияларҙы төҙөкләндереү кеүек мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Урындағы үҙидара органдары үҙ алдына ниндәй бурыстар ҡуя һәм тәү сиратта ниндәй проблемаларҙы хәл итергә кәрәк – Урындағы үҙидара көнө алдынан район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- Эйе, республикабыҙҙың 100 йыллығы һәр беребеҙ өсөн иҫтәлекле ваҡиға ғына түгел. Барыбыҙ ҙа Башҡортостан тарихына, яҙмышына һәм уңыштарына ҡағылышлы булыуыбыҙҙы тоябыҙ. Сөнки был йылдарҙа бөтә республика менән бергә беҙҙең Әлшәй районы ла үҫеш юлынан барҙы.
Район халҡы ҙур, ауыр һәм данлы юл үтте һәм беҙ бының менән ғорурланабыҙ. Яҡташтарыбыҙ – туғыҙ Советтар Союзы Геройы, бер Дан орденының тулы кавалеры, бер Рәсәй Геройы, дүрт Социалистик Хеҙмәт Геройы республикабыҙҙың данлы йылъяҙмаһына ингән. Улар яу ҡырҙарында үлемһеҙ батырлыҡтары һәм фиҙакәр хеҙмәттәре менән илебеҙҙе данға күмде. Ләкин улар рәсми рәүештә танылған геройҙар ғына. Ә Ватанына, үҙ идеалдарына тоғро күпме яҡташтарыбыҙ ауыр коллективлаштырыу осоронда үҙ-үҙен аямай фиҙакәрлек күрһәткән! Тарихтың иң фажиғәле биттәре булған Бөйөк Ватан һуғышында меңдәрсә әлшәйҙәр Тыуған иле өсөн башын һалған, ә тылда ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарт-ҡоро, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн батыр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, иген үҫтергән.
Район, бөтә республика кеүек үк, һуғыш йылдарында дошман баҫып ингән илебеҙ төбәктәренән йөҙҙәрсә кешене ҡабул иткән. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта эвакуацияланған предприятиелар нигеҙендә беҙҙә заводтар төҙөлә, эвакогоспиталдәр урынлаша. Бик күптәр өсөн районыбыҙ һәм Башҡортостан икенсе тыуған илгә әйләнә.
Беҙ һуғыштан һуңғы йылдарҙа емерелгән хужалыҡты тергеҙеүҙә ал-ял белмәй эшләгән, төҙөгән, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә хеҙмәт уңыштары менән тыуған төйәген данға күмгән яҡташтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Өлкән быуын вәкилдәре булдырған бөтә иң яҡшы традицияларҙы балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ дауам итер, үҙ ҡаҙаныштары менән тарихыбыҙҙы байытыр, тип ышанғы килә. Беҙ бының өсөн һәм халыҡты имен һәм лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.
- Тәүгеһенән башлайыҡ. Юлдарҙы ремонтлау республика бюджетынан бүленгән субсидиялар һәм райондың муниципаль юл фонды средстволары иҫәбенә башҡарыла. Былтыр Аксен ауылына килеү юлдары, Раевка ауылындағы урамдар һәм тыҡрыҡтар ремонтланды. Һандар менән әйткәндә, сығымдар 42 млн һум тәшкил итте, ауыл биләмәләренә 10,6 млн һум аҡса бүленде. Быйыл район үҙәгенең Индустриаль, Гагарин, Медиктар урамдарындағы асфальт юлдарҙы, Тавричанка һәм Ҡармыш ауылдарына килеү юлдарын ремонтлау күҙаллана, шулай уҡ Киров урамында юл япмаһын ремонтлау ҙа дауам итәсәк. Байдаковкала Үҙәк урамға ваҡ таш түшәләсәк. “Туған урам” республика программаһы буйынса Торонтайыш ауылының үҙәк урамына асфальт һалынасаҡ.
Районда коммуналь өлкә даими рәүештә яңыртыла. Оҙонлоғо 300 м тәшкил иткән йылылыҡ селтәрҙәре ремонтланды, 1234 м һыу үткәргес алмаштырылды. Республика программаһы буйынса күп фатирлы дүрт йорт ремонтланды, күп фатирлы ете йорт айырым йылытыуға күсерелде. 66 йортта ағымдағы ремонт эштәре атҡарылды, подъездар йылытылды. Быйыл күп фатирлы дүрт йортта капиталь ремонт башҡарыласаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә бер нисә проектты тормошҡа ашырыу башлана. Уларҙың тәүгеһе - “Башҡортостан ихаталары” буйынса район үҙәгендә күп фатирлы туғыҙ йорттоң ихата территорияларын төҙөкләндереү планлаштырыла. Туғыҙ йорттоң 19 подъезын ремонтлау ҙа сметаға индерелде.
- Муниципалитет системаһында мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау – иң мөһим мәсьәләләр. Районда 22 дөйөм белем биреү ойошмаһы, ете балалар баҡсаһы, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы бар.
Район үҙәгендә “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә бассейн менән физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Яңауыл биҫтәһендә 375 урынлыҡ мәктәп проекты әҙерләнә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә иһә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының матди-техник торошо, медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү һәм йәш кадрҙарҙы районға эшкә йәлеп итеү төп мәсьәләләрҙән һанала. Тәүге медицина ярҙамы тейеше кимәлдә күрһәтелергә тейеш. 39 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 19-ында һыу һәм канализация юҡ, был мәсьәләләрҙе тәү сиратта хәл итергә кәрәк.
Былтыр “Ауыл табибы” программаһы буйынса – 24, “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса биш медицина хеҙмәткәре эшкә урынлашты. Бөгөн районға төрлө профилле 19 табип, фельдшер-акушерлык пункттарына – 5, ашығыс медицина ярҙамына 2 фельдшер талап ителә. Шуны билдәләп үтәм, Раевка үҙәк район дауаханаһында йәш белгестәр – табиптарҙың окладына өҫтәмәләр түләнә, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә льготалар бар. Торлаҡ наймын компенсациялау ҙа ғәмәлдә. Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ медицина колледждары ординаторҙары һәм студенттары менән осрашыуҙар үткәрелә.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға килгәндә, үҙәк район дауаханаһының хирургия, паллиатив, бала табыу, психиатрия бүлегендә (Ҡырым ауылы) һәм ике фельдшер-акушерлыҡ пунктында ремонт эштәре башҡарылды. Капиталь ремонттан һуң балалар поликлиникаһы асылды.
- Быйыл Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса контрафакт иҫерткес эсемлектәр һатыусылар менән ҡәтғи көрәш башланды. Ул был бизнесты “халыҡҡа ҡаршы геноцид” тип атаны, мин бының менән тулыһынса килешәм. Миңә көмөшкә, суррогат иҫерткес һатыу тураһында бик күп мөрәжәғәт килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда бындай нөктәләр күп – миндә 160 һатыусынан торған шундай исемлек бар. Мин уларҙың һәр береһенә шәхсән был эште туҡтатыуҙы талап итеп (үтенес менән) мөрәжәғәт хаты ебәрҙем. Был урындар хоҡуҡ һаҡлау органдары контролендә лә тора. Полицияның участка уполномоченныйҙары иҫерткес һәм спиртлы продукцияны законһыҙ һатыу осраҡтары буйынса 30 административ эште тамамланы. Барлыҡ хоҡуҡ боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, суррогат алкоголде тартып алыу менән 30 меңдән 50 меңгә һумға тиклем штраф һалынды. Бынан тыш, йәмәғәтселәр һәм йәштәр даими рәүештә рейдтар үткәреп тора.
Был эштә дин әһелдәренең башланғысын билдәләп үткем килә, хәмер һатҡан йорттарҙа Ҡөрьән уҡымаҫҡа тигәнде мин тулыһынса хуплайым. Ағыу һатыусыларға ҡаршы бөтә ил менән көрәшергә кәрәк, шунда ғына һөҙөмтә буласаҡ.
-Эйе, “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә район үҙәгендә автобус туҡталыштары яңыртылды, урам тренажерҙары ҡуйылды. Былтыр ғына был программа буйынса 14 инициатива ғәмәлгә ашырылды.
Йыл һайын ауыл биләмәләре урындағы башланғыстарҙы хуплау программаларында ҡатнаша. Былтыр быға тиклем бер нисә тапҡыр еңеүсе булған Ҡармыш һәм Казанка ауыл биләмәләре ҡатнашыусылар исемлегенә инде. Мин ауыл халҡының, активистарҙың төҙөкләндереү буйынса башланғыстарын тулыһынса хуплайым һәм халыҡтың юғарынан әйткәнде көтмәй, ауыл территорияларын, зыяраттарҙы һәм йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға сығыуҙарына шатмын. Әйткәндәй, тирә-яҡҡа сүп ташлаусылар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Бик аҡрын булһа ла, цивилизациялы йәмғиәткә табан барабыҙ.
- Халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Район буйынса эшһеҙлек кимәле – 0,74 (республика буйынса – 0,98). Беҙ кесе бизнестың эш урындарын булдырыу буйынса тырышлығын юғары баһалайбыҙ. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү муниципаль программаһы эшләй. Хәҙерге заман ысынбарлығында кесе бизнесты үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Радий Фәрит улы индергән яңы эш формалары, атап әйткәндә, “Инвестиция сәғәте”, инвестициялар һәм бизнес-идеяларҙы йәлеп итергә ярҙам итә.
Шулай уҡ шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарын кооперацияға йәлеп итеү, халыҡ инициативаһына нигеҙләнгән юғары килемле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу программаһында ҡатнашыу буйынса ауыл биләмәләре менән эш ойошторолдо.
- Район хакимиәте үҙ эшен, тәү сиратта, халыҡ ихтыяждарынан сығып күҙаллай. Тиҙ арала хәл итә торған мәсьәләләр исемлеге граждандар мөрәжәғәттәренән, халыҡ менән осрашыуҙарҙан, социаль селтәрҙәрҙә аралашыуҙан һуң формалаша. Беҙ конструктив фекер алышыуға әҙербеҙ. Мәҫәлән, былтыр район хакимиәтенә 2746 мөрәжәғәт килде. Уларҙың төп өлөшө торлаҡ менән тәьмин итеү, матди ярҙам күрһәтеү, юлдарҙы ремонтлау, һыу менән тәьмин итеү, газ индереү кеүек мәсьәләләргә ҡағылышлы ине.
Урындағы үҙидара органдарында ҡатмарлы мәсьәләләрҙе грамоталы хәл итә, бөгөнгө үҙгәрештәрҙе алдан күрә һәм яраҡлаша белгән ысын һөнәрмәндәр коллективы йыйылған. Районда ауыл биләмәләре башлыҡтарының көслө командаһы тупланған.
Был байрам көндө улар хаҡлы рәүештә маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Күптәр, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, урамдарҙы, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, тәбиғәтте һаҡлау, хәүефһеҙлек һәм башҡа мөһим мәсьәләләр менән шөғөлләнә. Уларҙың тоғро ярҙамсылары – активистар, ауыл старосталары. Ауылдарҙағы барлыҡ мөһим сараларҙы үткәреүҙә 87 староста әүҙем ҡатнаша. Ауыл юбилейҙарын уҙғарыуҙа ла беҙ уларҙың ярҙамына таянабыҙ – быйыл бындай датаны һигеҙ ауыл биләмәһе билдәләйәсәк.
Урындағы үҙидара үҫеше – ҡатмарлы һәм күп яҡлы процесс. Бөтә нимә лә беҙ теләгәнсә генә килеп сыҡмай әле. Әммә проблемаларҙы бергәләп хәл итеү күпкә еңелерәк. Беҙҙең бурыс – иҡтисади һәм социаль өлкәне нығытыу, муниципаль программаларҙы һәм проекттарҙы бойомға ашырыуҙа халыҡтың күпләп ҡатнашыуын хуплау.
Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә ныҡышмалыҡ, район һәм республиканың сәскә атыуы хаҡына хеҙмәтегеҙҙә Яңы ҡаҙаныштар теләйем! Алда беҙҙе тағы ла күп эштәр көтә һәм, уңыштар ҙа аҙ булмаҫ, тип ышанам! Беҙ бит булдырабыҙ!