+3 °С
Ясна
Ябыҡ ҡына үҙе, гел илай... Уянам да көнө буйы борсолоп, хәүефләнеп йөрөйөм. Йоҡларға ҡурҡам хатта... Ошо төштө диндарҙар нисек аңлатыр ине икән?
“Һеҙҙең төндә йоҡлауығыҙ – Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, әҙәм балаһының был ғәмәлендә ҙур хикмәт ята. Изге китаптың икенсе бер аятында Раббыбыҙҙың йоҡоно тыныс һәм ләззәтле итеп ҡылғаны хаҡында әйтелгән. Ысынлап та, ял итеүҙең был төрө – һаулыҡ билгеһе. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы йоҡлай алмай ғазаплана икән, тимәк, уның тән йәки йән сәләмәтлеге яҡшынан түгел.