Йөҙ йыл элек Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге автономиялы республикаһы исемен алды. Был йылдар эсендә күпме һынауҙар аша үтелде. Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең иң ҙур һәм күп милләтле республикаһы, тотороҡло үҫешкән алдынғы төбәк. Республиканың тарихына беҙҙең Әлшәй районы тарихы ла тығыҙ бәйле.
Мәҙәниәт йорто фойеһындағы күргәҙмәлә бөтә районыбыҙ тарихы асыҡ сағылыш тапҡан. Унда үҙенсәлекле традициялар, спортта, мәғарифта, мәҙәниәттә һәм иҡтисадтағы ҡаҙаныштар күрһәтелгән. Әлшәй тарихы тураһында батыр яҡташтарыбыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл эшсәндәре, арҙаҡлы замандаштарыбыҙ тураһында стендтар, тарихи фотоһүрәттәр һәм музей экспонаттары бәйән итте.
Раевка 4-се урта мәктәбе һәм башҡорт лицейы йәш робототехниктарының эшләнмәләре, Ғәйнәямаҡтан билдәле рәссам Рәмил Миһрановтың картиналары һәм уның уҡыусыларының декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөһөндә эшләнгән һүрәттәре сараға килеүселәрҙе таң ҡалдырҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, күргәҙмә үткәндәрҙе иҫкә төшөрөүсе һәм заманса технологияларға бай яңы быуатҡа алып ҡайтыусы ҡабатланмаҫ экспозицияларға бай ине.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы йыйылышта мәртәбәле ҡунаҡтар: ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, республика Башлығы хакимиәтенең баш советнигы Арыҫлан Шаһаретдинов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмийәров ҡатнашты.
Тантанаға йыйылыусыларға, улар араһында райондың почетлы граждандары, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар ине, район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
- Һәр беребеҙ өсөн был иҫтәлекле ваҡиға ғына түгел. Был көндө беҙ барыбыҙ ҙа республикабыҙҙың тарихына, яҙмышына һәм уңыштарына ҡатнашлығыбыҙ булыуын тоябыҙ. Сөнки Башҡортостандың даны – ошо ерҙә йәшәп, хеҙмәт һалған бик күп быуындар ҡаҙанышы. Әлбиттә, был йылдар эсендә республика менән бергә беҙҙең Әлшәй районы ла үҫеште һәм артабан да ошо юлды дауам итәсәкбеҙ.
Үткәндәр менән ғорурлыҡ хисе кисереп, беҙ киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ һәм йәнтөйәгебеҙ – тыуған Башҡортостаныбыҙ үҫешһен һәм яҡты булһын, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ рәхәтләнеп йәшәһен өсөн, ал-ял белмәй тырышып эшләргә әҙербеҙ, - тине Дамир Радик улы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән әлшәйҙәрҙе республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов тәбрикләне. Бөгөн Башҡортостан илебеҙҙең ун әйҙәүсе төбәге исемлегенә инә. Был - республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индереүсе дүрт миллион кешенең хеҙмәте, улар иҫәбендә әлшәйҙәр ҙә бар, тип билдәләне ул.
Республика үҫешенә ҙур өлөш индергән райондың хөрмәтле кешеләренә тантаналы шарттарҙа "Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл" юбилей миҙалдары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында райондың почетлы гражданиндары Фәнил Вилданов, Азат Ғәниев, Фәрит Хәйбрахманов, Наил Әминев, республиканың атҡаҙанған табибы Клара Ғәниева, БР мәғариф алдынғыһы, РФ дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Тәбрис Нәбиуллин һәм башҡалар бар ине.
Тарихҡа сәйәхәтте байрам концерты ла дауам итте. Театрлаштырылған тамашала бөтә тарихыбыҙ сағылдырылды. Әлшәй ерендә берҙәм һәм татыу йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең йыр-моңдары һәм бейеүҙәренән торған сағыу мәҙәни гөлләмәһе республиканың нисек ойошторолоуын күрһәтте. Сәхнәлә бер миҙгелгә коллективлаштырыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы йылдар күҙ алдынан үтте. Байрам аҙағында спорт мәктәбенең йәш акробаттары һәм каратистары сығыш яһаны.
Рәхмәт, һиңә, уҙып барған йөҙ йыллыҡ! Һаумы, яңы быуат! Республикабыҙ киләсәктә лә бында йәшәгән халыҡтарҙың бай традицияларын, мәҙәни, рухи мираҫын һаҡлаһын. Ә Әлшәй ере, яҡташыбыҙ, эстрада йондоҙо Эльвира Мөхтәрованың “Эх, Әлшәйем, Дим буйы!” йырында йырланғанса, һәр ваҡыт күп милләтле Башҡортостандың сәскә атыусы бер төбәге булһын.