-5 °С
Болотло
Район үҙәгендә иртән-иртүк һәр ерҙә күңелле музыка яңғыраны, көрәктәр, тырмалар тотоп, төрлө ойошмалар һәм предприятиелар вәкилдәре өмәгә ашыҡты. Күмәкләшеп үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙа сүп-сар, сыбыҡ-сабыҡ, ҡоро үләндәрҙе йыйҙылар, һыу ағыу өсөн тәғәйенләнгән соҡорҙарҙы, торбаларҙы таҙарттылар. Шулай уҡ саған үҫентеләрен дә киҫтеләр, бордюрҙарҙы буянылар.
Был көндө 70-кә яҡын ойошма һәм предприятие эшсәндәре ауылыбыҙҙы, тирә-яҡты йыйыштырып, тәртипкә килтерҙе. Мәктәп уҡыусылары өсөн төшкө аш та ойошторолдо.
Шуныһы ҡыуаныслы, “Районыбыҙҙы сүп-сарҙан таҙартайыҡ!“ саҡырыуына күптәр ҡушылды. Экологик өмәләр райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә уҙҙы.