Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2019, 14:14

Район башҡорттары ҡоролтайы уҙҙы

Ошо көндәрҙә мәҙәниәт һарайында үткән йәмәғәтселек форумында уҙған осорҙағы эшкә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде

Шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар, башҡарма комитеттың яңы составы һәм уның рәйесе һайланды.

Сараға ауыл биләмәләренән делегаттар, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылды. Йыйында шулай уҡ район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, Мәғарифты үҫтереү институты кафедраһы доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Фәнзил Саньяров, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире, шағирә Лариса Абдуллина, “Мең ырыуы берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов ҡатнашты.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшмәкәрлеге тураһында уның рәйесе З. З. Әхмәтов сығыш яһаны. Ул халҡыбыҙҙы борсоған социаль проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙы хәл итеүҙең мөһимлеген билдәләне, төп иғтибарҙы йәштәр менән эшләүгә бирергә һәм 2019-2050 йылдарға Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын әҙерләүгә аныҡ тәҡдимдәр индерергә саҡырҙы.

Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар милли мәҙәниәтте, туған телде һаҡлау, демография мәсьәләләрен тикшерҙе, эшһеҙлек, халыҡтың шул арҡала эскелеккә бирелеүе, дини һәм йәмәғәт ойошмаларының ошо йәһәттән ниндәй эш алып барыуы тураһында ла асыҡ һөйләшеү булды.

Район ҡоролтайында Өфөлә 28-29 июндә уҙасаҡ V Бөтә донъя башҡорттары йыйынына делегаттар һайланды. Делегация составына З. З. Әхмәтов, хакимиәт башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов, Ҡармыш ауыл биләмәһе башлығы Д. У. Шәкүров, М. Буранғолов исемендәге лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. И. Ниғмәтуллина инде. Шулай уҡ район ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составы һәм рәйесе һайланды.

Конференция аҙағында резолюция проекты ҡабул ителде, унда “БР халыҡтары телдәре тураһында” ғы законды тормошҡа ашырыу, милли мәғарифты, спорт һәм мәҙәниәтте үҫтереү, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, ғаилә институтын нығытыу буйынса аныҡ бурыстар билдәләнде.

Бүләкләү тантанаһында район ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының почет грамоталары һәм район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Ошо сара уңайынан мәҙәниәт һарайы фойеһында декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе ойошторолғайны, рәсми өлөштән һуң үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Читайте нас: