Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 14:24

Һәр кемгә уяу булыу кәрәк

Донъяла террорсылыҡ һәм экстремизм иң ҡурҡыныспроблемаға әйләнде, улар кешелеккә оло хәүеф менән янай.

Тәү ҡарашҡа, беҙ, ауыл ерендә йәшәүселәргә, артыҡ хәүеф тә юҡ кеүек. Әммә был улай түгел. Интернет, заманса элемтә саралары булғанда, донъяның теләһә ниндәй төбәге менән бәйләнеш тотоу ауырлыҡ тыуҙырмай, шуға ла һәр кемгә уяу булырға кәрәк.
2018 йылда район прокуратураһы экстремизмға һәм террорсылыҡҡа ҡаршы эш итеү тураһындағы ҡануниәтте үтәү өлкәһендә 6 тикшереү үткәрҙе, закон боҙоуҙың 68 осрағы теркәлде, 17 дәғүә судҡа тапшырылды, 35 күрһәтмә ебәрелде, 35 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Былтыр бөтә ил буйлап мәктәптәргә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы. Пермдә, Силәбелә, Улан-Удэла һәм үҙебеҙҙә, Стәрлетамаҡта. Беҙҙең Әлшәй районында ла мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың именлеген тәьмин итеү өлкәһендә лә тейешле саралар күрелде.
- Беҙ бөтә белем биреү учреждениеларында тикшереү үткәрҙек һәм бик күп закон боҙоуҙарҙы асыҡланыҡ, - ти район прокуроры ярҙамсыһы Тодор Панич. - Мәҫәлән, Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында контроль-үткәреү режимы ойошторолмаған, махсуслаштырылған һаҡ хеҙмәте булдырылмаған, был теләһә кемгә бинаға бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ инеү мөмкинлеге бирә. Башҡа мәктәптәрҙә лә шундай уҡ хәл. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса учреждение директорҙарына күрһәтмә ебәрелде. Әлшәй район судына, белем биреү ойошмаларына тейешле саралар күреүҙе талап итеп, 15 дәғүә ғаризаһы тапшырылды. Бөтә ғаризалар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Әгәр 2017 йылда экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы 19 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланһа, былтыр уларҙың һаны ике тапҡырға (36) артҡан. Әлшәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан экстремизм йүнәлешендәге мәғлүмәт тупланған 23 интернет-сайт асыҡланды, уларҙың барыһы ла РФ Юстиция министрлығының экстремистик материалдар исемлегендә тора. БР буйынса Роскомнадзор идаралығына 7 мәғлүмәт ебәрелгән.
Читайте нас: