Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2019, 12:32

Ташҡынға етди әҙерлек бара

Синоптиктар быйыл яҙ иртә киләсәк, тип фаразлағайны, әммә ҡыш бер ҙә бирешергә теләмәй, һалҡын төндәре менән холҡон күрһәтә.

Көндөҙ күҙгә күренеп ҡар өйөмдәре кәмей, тәүге гөрләүектәр ҙә йүгерә башланы, тимәк, ташҡын да оҙаҡ көттөрмәҫ. Быйыл ул нисек буласаҡ?

- Барыһы ла һауа шарттарына бәйле, - ти район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса баш белгесе Марат Моратхужин. – Әммә беҙ көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ, шуға ла районда ҡар һыуҙарын тотҡарламау өсөн барлыҡ саралар күрелгән. Ташҡынға ҡаршы махсус комиссия ойошторолдо, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йәлеп ителәсәк средстволар һәм көстәр билдәләнде.

Ошо көндәрҙә - Ҡорһаҡ, 10 апрелдән һуң Дим йылғаһының асылыуы көтөлә. Марат Рәйеф улы әйтеүенсә, һыу баҫыу ҡурҡынысы булған зонаға Сураҡай һәм Иҙрис ауылдары эләгә. Уларҙа халыҡты эвакуациялау осрағына ике ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған. Районда тағы ла шундай ике пункт булдырыу күҙаллана, өс биләмәлә аварияға ҡаршы бригадалар булдырылды, кәмәләр әҙерләнде, ауыл халҡы менән аңлатыу эше үткәрелә.

- Барлыҡ гидротехник ҡорамалдарҙың яҙғы ташҡынға әҙерлеге тикшерелде, Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысында штаттан тыш хәл булған осраҡта йәлеп ителәсәк техника һәм белгестәр менән күнекмәләр ойошторолдо, - тип хәбәр итте М. Р. Моратхужин. – Ошо көндәрҙә шундай уҡ күнекмәләр Уртатауҙа ла үтәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ташҡын ҙур бәлә килтермәһен өсөн барлыҡ тейешле саралар күрелә.

Читайте нас: