Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2019, 12:21

Эскелеккә ҡаршы көрәш һүҙҙә генә ҡалмаһын

Эшһеҙлек, түбән хеҙмәт хаҡы, ғаилә низағтары, рухи ярлылыҡ – эскелектең төп сәбәптәре.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл йәшел йылан менән дуҫлашыусылар һаны арта. Уларҙың күбеһе осһоҙ суррогат ҡуллана. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарын контрафакт араҡы һатыуға ҡаршы киҫкен көрәш башларға саҡырҙы, бындай легаль булмаған бизнесты ул “халыҡҡа ҡаршы геноцид” тип атаны.

Районда алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш һәм иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса йәмәғәт форумына район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, ауыл старосталары, дин әһелдәре йыйылды.

Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин эскелек проблемаһын хәл итеүгә үҙ ҡарашын белдерҙе. Ул граждандарҙан көмөшкә, суррогат алкоголь һатыу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр килеүе тураһында һөйләне.

- Полицияның участка уполномоченныйҙары физик шәхестәрҙең алкоголле һәм спиртлы аҙыҡ-түлек продукцияһын законһыҙ һатыу буйынса 30 административ эште ҡарауҙы тамамланы. Хоҡуҡ боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларға утыҙ меңдән илле меңгә тиклем штраф һалынды, - тине хакимиәт башлығы. – Контрафакт алкоголь һатыуға ҡаршы көрәштән халыҡ та ситтә ҡалмаһын ине. Ауылдарҙа суррогат эсемлек һатыуҙың легаль булмаған урындарын күптәр белә. Был мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көмөшкәнең хәүефһеҙ, хатта файҙалы булыуына ышанғандар ҙа бар. Улар өйҙә эшләнгән алкоголле эсемлектәрҙә ҡурҡыныс ҡушылмалар юҡ, тип уйлай. Әммә тап суррогат алкоголь, атап әйткәндә, көмөшкә, дөрөҫ әҙерләнмәгән осраҡта, хатта аҙ ғына күләмдә лә, кеше һаулығына ҙур зыян килтерергә мөмкин.

Раевка үҙәк район дауаханаһы наркологы Айгөл Хизбуллина алкоголдең зыяны тураһында ентекләп һөйләне. Былтыр хроник эскесе диагнозы менән иҫәптә 257 кеше (шул иҫәптән 51 ҡатын-ҡыҙ) торһа, быйыл уларҙың һаны 266-ға еткән. Ошо ауырыу арҡаһында өс кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы теркәлгән. Район дауаханаһына иҫерткес эсемлектәр менән ағыуланып 176 кеше килтерелгән.

Алкоголде оҙаҡ ҡулланғанда, дауалап булмаған һәм үлемгә килтереүсе ауыр сирҙәр барлыҡҡа килә. Уҙған йылда ғына бауыр циррозынан - 12, быйыл өс кеше вафат булған, улар башлыса хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр. Алкоголдән ағыуланып дауаханаға - 54 кеше, быйыл 12 кеше килтерелде.

Эскелеккә һәм алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш саралары тураһында - район прокурорының өлкән ярҙамсыһы Алина Хафизова, эске эштәр органдары һәм ауыл биләмәләренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү төркөмөнөң өлкән уполномоченныйы Роман Йыһаншин сығыш яһаны. Белем биреү учреждениеларында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тураһында - Ғәйнәямаҡ мәктәбе директоры Таңһылыу Хәбибуллина, эскелекте иҫкәртеүҙә ғаиләнең ролен арттырыу хаҡында – Үрәҙмәт ауылы старостаһы Клара Туҡаева, был мәсьәләне хәл итеүҙә диндең роле тураһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты имам-мөхтәсибе Илшат Йосопов һәм республика мосолмандары диниә назараты имам-мөхтәсибе Мансур Сәһәрйәров һөйләне. Иҙрис ауыл клубы мөдире, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Рәйсә Мөфтиева йәш быуынды тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Сара аҙағында эскелеккә ҡаршы көрәштә сәләмәт йәшәү рәүешен, спорт менән шөғөлләнеүҙе әүҙем пропагандалау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эскеселәрҙе дауаларға, ә эскелеккә ҡаршы бергәләшеп көрәшергә кәрәк.

Читайте нас: