Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2019, 12:47

“Миләшкәй”ҙә – ҙур байрам

Раевка 4-се балалар баҡсаһы үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ошо ваҡыт арауығында балалар баҡсаһында күп үҙгәрештәр булды, әммә бер нәмә генә үҙгәрмәне – РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы Наталия Васильевна Миронова бына инде 33 йыл етәкселек иткән берҙәм һәм татыу коллектив бөгөн дә уңышлы эшләүен дауам итә.
Был учреждениела хеҙмәт һалыусы тәрбиәселәрҙең 90 проценты 20 йыл хеҙмәт стажына эйә. Улар кескәйҙәр өсөн һөйөү һәм шатлыҡ атмосфераһы тыуҙырырға, балаларҙың тормошон ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итергә тырыша. Беҙҙең балалар баҡсаһына йөрөгән, инде оло тормош юлына аяҡ баҫҡан тәрбиәләнеүселәребеҙ хәҙер инде үҙ балалары менән “Миләшкәй”гә ашыға. Сөнки улар белә: сабыйҙарын бында ышаныслы ҡараясаҡтар, балалар күп нәмәгә өйрәтәсәк, тәрбиәселәр уларҙы һөйөү һәм хәстәрлек менән солғап аласаҡ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, беҙ һәр яҡлап уңдыҡ –коллективыбыҙ берҙәм һәм татыу, балаларыбыҙ аҡыллы һәм талантлы, ата-әсәйҙәр ҙә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Улар – беҙҙең төп таянысыбыҙ һәм терәгебеҙ, бер генә сара ла ата-әсәләр ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Балалар баҡсаһының тыуған көнөнә лә бергәләп әҙерләндек.
Байрам көндө теләге булғандар өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Балаларға ҡунаҡҡа уларҙың ата-әсәләре килде, кескәйҙәр яҡын кешеләрен үҙ һәләттәре менән ҡыуандырырға тырышты, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене. Ата-әсәләр тәрбиәселәрҙең нисек эшләүе, балалар баҡсаһы тарихы, кескәйҙәрҙең көн тәртибен ойоштороу, ниндәй саралар үткәрелеүе менән танышты.
Айгөл СӘЛИМОВА,
4-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.
“Баҡсабыҙҙа бик күңелле!”
Читайте нас: