Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2019, 11:06

Байрамға - һоҡланғыс бүләк

“Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантаналы осрашыу үтте.

Унда атҡаҙанған табиптар, уҡытыусылар, ғалимәләр, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, әйҙәүсе предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм ирекмәндәр ҡатнашты. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында Шафран мәктәбенең һәләтле уҡыусыһы Илья Мәсәлимовтың әсәһе Лида Мәрүәр ҡыҙы ла бар ине.

- Тантаналы ҡабул итеүгә бөтә Башҡортостандан 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ саҡырылғайны. Бындай осрашыу тәүге тапҡыр ойошторолған һәм республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был сара 8 Март алдынан йыл һайын үткәреләсәк, - ти Лида Мәсәлимова.

“Бөгөн залда иң арҙаҡлы гүзәл зат вәкилдәре йыйылған, һеҙ төбәгебеҙ сәскә атһын, йәшәйешебеҙ тағы ла күркәмерәк булһын өсөн төрлө өлкәлә тырышып хеҙмәт һалаһығыҙ. Һәммәгеҙҙе лә иң гүзәл байрамдарҙың береһе - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас тәбрикләйем. Ҡатын-ҡыҙ ул – юл күрһәтеүсе йондоҙ, мин быны етәксе булараҡ түгел, ә ир-егет булараҡ әйтәм”, - тине Радий Фәрит улы.

Уның был йылы һүҙҙәре, республика Хөкүмәте ағзаларының еткергән изге теләктәр,әлбиттә, беҙҙең барыбыҙ өсөн дә һоҡланғыс бүләк булды. Тантана эстрада йондоҙҙары сығышы менән үрелеп барҙы, беҙҙең өсөн мул табын әҙерләнгәйне, матур бүләктәр ҙә тапшырҙылар, - ти Лида Мәрүәр ҡыҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илья Мәсәлимов – уҡыусыларҙың информатика буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы еңеүсеһе, ул үҙенең уҡытыусыһы Александр Кутьенков менән Радий Хәбиров ҡулынан республика башлығы премияһын алды (был хаҡта гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде). Һис шикһеҙ, Ильяның уңыштарында әсәһенең дә өлөшө ҙур. Лида Мәрүәр ҡыҙы һәләтле бала тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлашты:

- Илья – ҡыҙыҡһыныусан егет, информатика менән ул кесе йәштән мауыға. Беҙ уҡытыусыбыҙ Александр Евгеньевичтан да бик уңдыҡ, ул улымдың ошо фән менән ҡыҙыҡһыныуын, һәләтен асыҡлай алған. Илья менән улар кесе синыфтарҙан алып өҫтәмә шөғөлләнде, тиҙҙән олимпиадаларҙа ла ҡатнаша башланылар. Мин дә улыма һәр яҡлап ярҙам итәм, уны дәртләндереп торам, олимпиадаларға ла бергә йөрөйбөҙ. Ә республика Башлығы грантына “Макбук” һатып алдыҡ, - ти йылмайып, Лида Мәрүәр ҡыҙы.

Лида Мәсәлимова улы Илья менән.
Читайте нас: