Ҡайһы берәүҙәр көтөп алған сабыйҙарына Эдгар тигән исемде һайлаған, ул боронғо инглиз теленән “уңышлы йәки бай яугир” тигәнде аңлата. Икенселәр ҡыҙҙарына Варвара тип ҡушҡан. Астрологтар фаразлауынса, был исем бик күп яҡшы һыҙаттарҙы үҙ эсенә ала. Әммә бөтә нәмә, әлбиттә, тәрбиәгә бәйле. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә Илсинә “ил рухы, күркәмлек” тигәнде аңлата. Ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла ҡушылған Ранель (Аллаһ бүләге) исеме иһә Ленар исемен кирегә әйләндереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тип фараз ителә. Был исем хужаһы ҡуйылған маҡсатына өлгәшеү өсөн бөтә тырышлығын һаласаҡ.
Күп тә үтмәҫ, февраль айында яҡты донъяға ауаз һалған 16 ҡыҙ һәм 15 малай (йыл башынан – 61 сабый) – Ранель, Илсинә, Ленар, Варвара, Эдгар, шулай уҡ Ризуан, Рөстәм, София, Элина һәм Тимур тыуған Әлшәй еренән атлап та китер. Никахҡа ингән башҡа ғаилә парҙары ла тәүге сабыйҙарына һөйөнөр.
Был айҙа алты ғаилә пары никахҡа ингән (былтырғыға ҡарағанда, 8-гә аҙыраҡ). 11 ғаилә айырылышҡан (2018 йылда – 16). Вафат булыу тураһында 41 акт яҙмаһы төҙөлгән. Ғинуар-февраль айҙарында 91 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Уллыҡҡа алыу тураһында – 1, исемде үҙәртеү хаҡында 2 яҙма теркәлгән.