Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2019, 14:41

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Башҡортостаныбыҙҙың иң матур урынында урынлашҡан Казанка биләмәһе биш ауылды берләштерә һәм бер ауыл хужалығы ойошмаһына инә

Биләмәбеҙҙә күп милләтле халыҡ йәшәй. Фән һәм Үрнәк ауылдарында - күпселек татарҙар, Казанка ауылында - рус һәм украиндар, Иҫке һәм Бәләкәй Аҡҡолай ауылдарында башҡорттар көн күрә.

Мин үҙемдең яҡташтарымды һәр ҡайһыбыҙ үҙ балҡышын тапҡан, бер һабаҡтан, бер үк тамырҙан үҫкән тыуған яҡтың гөлдәре менән сағыштырам. Ҡасандыр беҙҙең төйәкте үҙ итеп, алыҫ Украинанан Казанка биләмәһенә килеп урынлашҡан халыҡ менән тиҫтә йылдар дуҫ, татыу, бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Уртаҡ хужалыҡ эштәре, уртаҡ язмыштар, байрамдар берләштерә беҙҙе. Уларҙың дини ҡараштары, ғөрөф-ғәҙәттәре үҙенсәлекле булһа ла, улар беҙҙең өсөн яҡын, айырым матур күренеш булып тора. Яҡташтарым эшсән, егәрле, йыр-моң, бейеүгә әүәҫ. Келәм оҫталары, тегеү-сигеү эштәренә маһир, кейеҙ баҫыу, аш-һыу әҙерләү серҙәрен белгән алтын ҡуллы, тырыш, уңған хужабикәләребеҙ менән ғорурлана алабыҙ. Иҫ киткес мул тормошта йәшәй биләмәләштәребеҙ. Матур йорт-ҡуралары, ихата тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар, еләк-емеш үҫтерәләр.

Һәр милләттең ғөрөф-ғәҙәттәренә, байрамдарына иғтибар ҙур. Беҙҙең Фән ауылындағы ауылдаштарыбыҙҙы ғына алайыҡ. Улар һәр миҙгелде, һәр байрамды үҙҙәре биҙәй. Ҡышын тәбиғәт ҡосағына сығып төрлө спорт сараларында ҡатнаша, саңғы шыуа, уның өсөн урман эсенән саңғы юлы һалынған, ауыл уртаһында тимераяҡта шыуырға – һырғалағыбыҙ, сана шыуырға матур тауыбыҙ бар. Йәйен һабантуйҙар, ауыл байрамдары үткәрергә яҡташтарым йәмле тәбиғәт ҡосағында матур майҙансыҡ яһаны. Байрамдарҙа һәр береһе үҙ өлөшөн индерә, матур өҫтәлдәр ҡорола, уңған хужабикәләр береһенән-береһе уҙҙырып, тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Халыҡ йолалары: Ҡарға бутҡаһы, ҡаҙ өмәләре, дини байрамдарҙан – Мәүлит кисәһе, Ураҙа, Ҡорбан байрамына һәр береһе үҙ өлөшөн индерә. Унда йәше лә, ҡарты ла әүҙем ҡатнаша. Күрше Казанка ауылында Раштыуа, Изге Пасха, Иван Купала, Ҡайын байрамдары үткәрелә. Былар бөтәһе лә яҡташтарым тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Уйын-көлкө, йыр-моң, бейеүҙәр менән үрелеп барған татыу, берҙәм тормош – йәшәйештең төп асылылыр.

Ауылдарҙы төҙөкләндереү, матурлау өсөн үткәрелгән өмәләрҙә лә яҡташтарым әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең Казанка ауыл биләмәһе бер нисә йыл рәттән урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында еңеп сыҡты. Был программала ҡатнашып, ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереүгә Хөкүмәтебеҙҙән ҙур ярҙам алдыҡ. Үрнәк ауылындағы юлдар тәртипкә килтерелде, Фән ауылының һыу үткәргес торбалары ремонтланды, янғын һүндереү ҡорамалдары урынлаштырылды. Биләмәбеҙҙә өр-яңы трактор бар. Юлдарыбыҙ ҡарҙан таҙартылып тора. Бергәлектә, берҙәмлектә – биләмәбеҙҙең төп девизы шулайҙыр!

Рәмзиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Фән ауылы мәҙәниәт йорто мөдире.

Читайте нас: