Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2019, 12:45

Дөйөм тырышлыҡ менән йорттарҙы һәм ихаталарҙы тәртипкә килтерергә

Район хакимиәтендә “Управдом” форумы уҙҙы

Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, күп фатирлы йорт советтары рәйестәре һәм активистары, район буйынса торлаҡ-комуналь хужалығы өлкәһендә йәмәғәт контроле муниципаль үҙәге ағзалары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты башҡарма секретары, идара итеү кампаниялары, ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Сараның көн тәртибе социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте һәм Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе сайттарында алдан тауыш биреү юлы менән билдәләнде.

Район халҡын торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә айырыуса ныҡ борсоған мәсьәләләр араһынан көнүҙәк биш проблема билдәләнде, уларға район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Наил Хәйретдинов, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йәмәғәт контроленең төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, коммерция булмаған фонд ойошмаһының 2-се Төньяҡ зонаһы буйынса капиталь ремонт бүлеге баш инженеры БР күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы Альмира Ғәйнетдинова һәм БР Әлшәй районы буйынса төбәк операторы директоры урынбаҫары Рөстәм Гәрәев ентекле яуап бирҙе.

Сүп-сарҙы яңыса утилләштереү

Иң күбе “сүп-сар реформаһы”на бәйле һорауҙар бирелде. Район халҡына яңы коммуналь хеҙмәт – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған өсөн тәүге түләү ҡағыҙҙары килә башланы. “Ҡыҙыу линия” телефондарына квитанцияла мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ күрһәтелмәүе һәм уларҙың реаль күрһәткестәргә тап килмәүе тураһында мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Мәҫәлән, фатирҙа пропискала торған кешеләр һаны тураһында мәғлүмәт дөрөҫ түгел, адрес һәм бина хужаһы ла дөрөҫ күрһәтелмәгән. Бындай осраҡтарҙа яңынан иҫәпләү кәрәклеге тураһында ғариза менән төбәк операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Йыйылыусыларҙы шулай уҡ сүп-сарҙы йыйыу алымына бәйле һорау ҙа ҡыҙыҡһындырҙы. Контейнер майҙансығы ҡуйырғамы йәиһә элеккесә сүпте тоҡтарға тултырып юл ситенә сығарырғамы. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр контейнер майҙансығын һайлаһа, шәхси торлаҡ хужалары иһә быға ҡаршы килде. Үҙ ихатаһы эргәһенә бөтә тирә-яҡтан йыйылған сүп-сар контейнерын ҡуйыуҙы бер кем дә теләмәй. Ҙур күләмдәге, эре габаритлы ҡалдыҡтарға бәйле һорау ҙа яңғыраны, улар өсөн айырым түләү ҡаралған.

Йорттарҙы – ремонтларға, ихаталарҙы – төҙөкләндерергә

Районда “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы инициативаһы буйынса “Башҡортостан ихаталары” өҫтөнлөклө проекттарын тормошҡа ашырыу уңышлы дауам итә. Улар ауыл территорияһын комплекслы үҫтереүгә, күмәкләп ял итеү өсөн уңайлы урындар, йәмәғәт территориялары булдырыуға йүнәлтелә.

Былтыр Раевка ауылының Тыныслыҡ урамы, 1, 3, 92а, 92 б, Мәктәп тыҡрығы, 8, шулай уҡ Киров урамы, 94, 96, 96 а, 96 б, 96 в, 96 г, К. Маркс урамы, 1, 3, 5, Дуҫлыҡ урамы, 19 а, 32 а, Гагарин урамы, 29, 29 а һәм Яңауыл урамы, 1 а адрестары буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын, шулай уҡ район үҙәгенең Совет майҙанындағы йәмәғәт территорияһын төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

Быйылға ла ҙур эш күләме планлаштырылған. Раевка ауылында Юбилей урамындағы уңайлы ял өсөн майҙансыҡты һәм Ленин урамында ял паркын, Аксен ауылындағы паркты, Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлеге территорияһын төҙөкләндереү күҙаллана. Ихата территориялары программаларға тик район халҡы инициативаһы буйынса ғына индерелә. Милек хужаларының смета хаҡының кәмендә 1 проценты күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеүе программаға инеү шарты булып тора. Быйыл район үҙәгенең Вокзал урамы, 47, 49, Коммунистик урамы, 33, Переезд урамы, 1, 2, 2а, 3, 8а, Шафран ауылының Курорт урамы, 5а, 5б адрестары буйынса урынлашҡан йорт ихаталарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Унда асфальт түшәләсәк, тротуарҙар, бордюрҙар, парковкалар төҙөкләндереләсәк, уратып алынған балалар майҙансыҡтары булдырыласаҡ, контейнер майҙансыҡтары ҡуйыласаҡ. Был маҡсатта республика бюджетынан - 10010,16 мең һум, урындағы бюджеттан – 532,45 мең һум, 106,5 мең һум – программала ҡатнашҡан күп фатирлы йорт хужаларының бер процент взностары ҡаралған.

Подъездарға – комплекслы ҡараш

Форумда күп фатирлы йорттарҙың подъездары торошо тураһында ентекле мәғлүмәт яңғыраны, видеосюжеттар күрһәтелде. Рейдтар хакимиәт башлығы Д. Р. Мостафин ҡатнашлығында үткәрелде. Тикшереү шуны күрһәтте: күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр дөйөм йорт территорияһына һәм дөйөм файҙаланыу урындарына төрлө мөнәсәбәттә. Йыйыштырылған, таҙа, йылы подъездар ҙа бар, унда иҙәнгә балаҫ йәйелгән, баҫҡыстан күтәрелгәндә бүлмә гөлдәре лә ҡуйылған. Бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип, әйтерһең дә, күптән түгел генә бында ремонт эштәре башҡарылған. Шулай уҡ бысраҡ һәм йыйыштырылмаған подъездар ҙа бар, коридорҙарға иҫке әйберҙәр, сүп-сар сығарып ҡуйылған, хужаһыҙ бесәйҙәр эйәләшкән.

Йыл аҙағына тиклем ремонт үткәрелергә тейешле подъездар исемлеге төҙөлгән. Уларҙың һәр береһенең үҙ лимиты бар, ул күп фатирлы йортта нисә ҡат булыуына бәйле. Ике ҡатлы йорттарға – 129,5 мең һум, 3-5 ҡатлыларына 320 меңдән ашыу аҡса бүленде. Был средстволарға йорттарҙа яңы ишектәр, тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, козыректар һәм бетон баҫҡыстар ремонтланасаҡ. Беренсе ҡаттағы иҙәнгә керамик плита түшәләсәк, әгәр ул ағастан булһа буяласаҡ. Подъездағы стеналар, баҫҡыс ҡултыҡсалары, люктар буяласаҡ. Тәҡдим ителгән төҫтәрҙән үҙҙәренә оҡшағанын йорт хужалары үҙҙәре һайлаясаҡ.

Программа алты йылға иҫәпләнгән. Был проектты бойомға ашырыуға финанс средстволары төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан бүленәсәк, милек хужалары үҙҙәре лә финанс ярҙам күрһәтергә тейеш.

Быйыл, шулай уҡ 2020-2024 йылдарҙа подъездарҙы ремонтлау планлаштырылған күп фатирлы йорттарҙың исемлеге район хакимиәте сайтында урынлаштырылған. Район буйынса бөтәһе 233 подъезды ремонтлау күҙаллана.

Иҫке торлаҡтарҙағы газүткәргестәргә лә диагностика кәрәк

Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр капиталь ремонттың яңы системаһы менән танышып өлгөрмәй, уларға яңы үҙгәрештәргә төшөнөргә тура килә. Бигерәк тә күп фатирлы йорттарҙағы эске газүткәргестәрҙең техник торошона бәйле һорауҙар күп.

Форумда был көнүҙәк мәсьәлә лә тикшерелде. Был эш тәү сиратта, йорттарҙа йәшәүселәрҙең үҙҙәренә кәрәк. Уларҙың борсолоуын аңларға ла мөмкин, сөнки эске газүткәргестәрҙе тикшереүгә һәм уның ҡайһы бер өлөшөн алмаштырыуға китәсәк көтөлмәгән сығымдар милек хужалары иңенә төшәсәк. Ләкин шуны аңларға кәрәк, бөтә был саралар аварияларға юл ҡуймауға йүнәлтелә.

Форум тантаналы рәүештә тамамланды. Күп фатирлы йорттарҙың иң яҡшы рәйестәренә рәхмәт хаттары тапшырылды. Атап әйткәндә, район үҙәгенән Татьяна Дунюшкина һәм Рафиҡ Нафиҡовҡа “Управдом” республика конкурсында районыбыҙ исеменән сығыш яһау хоҡуғы бирелде.

Күп фатирлы ун йортта подъездар ремонтланасаҡ

Быйыл районда күп фатирлы ун йорт подъезын, Раевка ауылындағы Тыныслыҡ урамы, 1, 3, Киров урамындағы, 8, 10, Дуҫлыҡ урамындағы 19а, 32а, 36а, 40а, Космонавтар урамындағы 73, 73а, адрестары буйынса урынлашҡан йорттарҙың 24 подъезын ремонтлау планлаштырылған. Был маҡсатҡа республика һәм урындағы бюджеттарҙан 3 миллион 107 мең һум аҡса бүленде.

Квитанцияларҙы яңынан иҫәпләү

Халыҡҡа “Экология Т” йәмғиәтенең абоненттар бүлегенә яңынан иҫәпләтеүгә ғариза, паспорт күсермәһен (ФИО һәм прописка биттәре) һәм ғаилә составы йәки ваҡытлыса теркәлеү (уны идара итеүсе кампания йәки ауыл Советы хакимиәте бирә) тураһында документтар ебәрергә кәрәк.

Быны түбәндәге ысулдарҙы ҡулланып эшләргә мөмкин:

-электр энергияһы өсөн квитанцияла күрһәтелгән eko.ab@bk ru адресына электрон почта аша еберәргә,

-“Рәсәй почтаһы аша” Туймазы ҡалаһы, Ғафүров урамы 62 адресына А. Ф. Фәтҡелбаянова исеменә ебәрергә,

- төбәк операторының яҡындағы офисына паспорт менән барырға.

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн яңынан иҫәпләү шарттары РФ Хөкүмәтенең 354-се ҡарары менән раҫланған. Ғаризаларҙы ҡарау ваҡыты – 30 көн.

“Ҡыҙыу линия” телефоны

4-се зона – “Экология-Т” йәмғиәте – тел. 8-800-250-01-85.
Читайте нас: