- беренсе һәм икенсе балаға пособие күләмен ике йәшәү минимумына тиклем арттырырға
- инвалид балаларҙы тәрбиәләү өсөн пособие күләмен 10 000 һумға тиклем арттырырға
- ике һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләргә һалым йөкләмәһен кәметергә
- 2021 йылдың аҙағына тиклем балалар баҡсаларына сираттар мәсьәләһен хәл итергә
- ишле ғаиләләр өсөн ипотека буйынса льготалар индерергә.
- 2020 йылдың аҙағынаса бөтәһенең дә медицина хеҙмәттәрен алыу мөмкинлеге булырға тейеш
- 1590 амбулатория һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөргә һәм яңыртырға
- дарыуханалар, дауаханалар, медицина учреждениелары араһында берҙәм мәғлүмәт селтәрен булдырырға
- «Ауыл табибы» программаһы буйынса йәш сикләүҙәрен бөтөрөргә (ауыл еренә йәшәргә күскән табиптар 1 миллион һум аҡса ала)
- донъя кимәлендәге ике балалар реабилитация үҙәген төҙөргә
- онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә 1 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә
- паллиатив ярҙам күрһәтеү тураһында закон проекты өҫтөндәге эште тамамларға
- сүп-сар полигондарын юҡ итергә, ҡала ситендә 30 сүплекте ябырға
- ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе 60% тиклем арттырырға
- мәктәптәрҙә интернеттың тиҙлеген 400 тапҡырға арттырырға
- «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын индерергә – ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум «подъемный» түләргә
- генетика һәм яһалма интеллект өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе үҫтерергә
Кредит һәм пенсия тураһында
- килеменән яҙғандар өсөн ипотека каникулдары индерергә
- кешеләрҙе намыҫһыҙ кредиторҙарҙың янауынан яҡларға
- пенсияларҙы йәшәү минимумынан юғарыраҡ индексацияларға