Башҡортостан Республикаһы территорияһында һанлы эфир телетапшырыуы менән солғанған зонала йәшәгән граждандарҙың айырым категорияларына һанлы приставка һатып алыуға бер тапҡыр түләнеүсе аҡсалата компенсация бирелә. Уны юллап, күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Атап әйткәндә, компенсацияға пенсияларына федераль социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙар, балаға ай һайын түләнеүсе пособие алған аҙ килемле ғаиләләр хоҡуҡлы. Был дәүләт ярҙамы бер йортҡа бер тапҡыр бирелә, өйҙәге бер кеше алһа, уның менән йәшәүсе башҡалар ала алмай. Компенсация 2019 йылда һатып алынған приставка өсөн, 2019 йылдың 25 декабренә тиклем мөрәжәғәт иткән осраҡта, түләнә. Аҡсалата ярҙам күләме һатып алынған һанлы приставка хаҡынан сығып билдәләнә, әммә 1000 һумдан артмай.