Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2019, 16:19

Бер фотоһүрәт тарихы

Аксен агросәнәғәт колледжында 100 йыл элек төшөрөлгән фотоһүрәттәр һаҡлана

Һәр һүрәттең – үҙ тарихы, үҙ яҙмышы...Улар дәүер, ваҡиға, йәмғиәт һәм кешелек символдарын бөтә тулылығында әллә ниндәй матур һүҙҙәрҙән дә сағыуыраҡ сағылдыра. Йылдар үтһә лә улар үҙ ҡиммәтен, тарихи йөкмәткеһен юғалтмай.
“Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны сиктәрендә районыбыҙҙы презентациялау барышында Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында Аксен агросәнәғәт колледжы күргәҙмәһе күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Унда уҡыу йортоноң ҡаҙаныштары менән бергә тарихи фотоһүрәттәр ҙә ҡуйылғайны.
- Бынан 120 йыл элек земство ауыл хужалығы мәктәбе булараҡ ойошторолған беҙҙең белем усағының тарихы бай, ул илебеҙ һәм республикабыҙ үҫеше тарихы менән тығыҙ бәйле. Күргәҙмәлә беҙ быны асыҡ сағылдырырға тырыштыҡ, - ти колледж уҡытыусыһы Ғәлим Ҡужиәхмәтов.
Алтынһыу төҫтәге бойҙай көлтәләре, техникумды бишле билдәләренә генә тамамлаған уҡыу алдынғылары исемлеге, ауыл хужалығы фәндәре кандидаттары һәм докторҙары, миҙалдар һәм кубоктар араһындағы бер быуат элек төшөрөлгән тарихи фотоһүрәттәр - 1905 йылғы пар машинаһы, 1907 йылғы тәүге иген урғыс, 1913 йылғы тағылмалы иген урғыс, уҡыу йортон тамамлау тураһында 1912 йылғы тәүге аттестат (диплом) өлгөһө барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
- 1913 йылғы тағылмалы иген урғыс беҙҙең уҡыу йорто майҙанында фотоға төшөрөлгән. Ундағы биналар әлегә тиклем һаҡланған, - тип дауам итте Ғәлим Нурғәли улы. – Ә был фотола 1905 йылда пар машинаһы ярҙамында иген һуҡтырыла. Ошо фотоһүрәт буйынса ғына ла бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белергә мөмкин.
Пар машинаһынан тыш, уға яғыу өсөн утын, иген тултырылған тоҡтар, егеүле аттар, минең иҫәпләүемсә 40-ҡа яҡын эшсе һүрәтләнгән. Улар араһында малайҙар ҙа бар. Ә ҡатын-ҡыҙҙар юҡ, улар баҫыуҙа көлтә бәйләйҙер, моғайын. Был фотоһүрәт - бик ҡәҙерле ҡомартҡы. Ашлыҡ һуҡтырыу мәле генә түгел, эшселәрҙең кейемдәре, хеҙмәт ҡоралдары ла ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тарихи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ фотоһүрәттәрҙең авторы кем икәне билдәһеҙ.
Пар машинаһы ярҙамында иген һуҡтырыу. 1905 йыл.

Читайте нас: