Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2019, 16:28

Бар донъяны наҙға сорнап тыуһын сабыйҙар!

Йылдың тәүге айында районда утыҙ сабый – 13 ҡыҙ һәм 17 малай донъяға ауаз һалған

Йылдың тәүге айында уҡ район ЗАГС бүлегендә 11 никах теркәлгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, 2018 йылдың ғинуарында ла шунса уҡ пар законлы никахҡа ингән. Әйткәндәй, быйыл да былтырғы кеүек 16 никах тарҡатыу осрағы теркәлгән.

30 сабый – 13 ҡыҙ һәм 17 малай донъяға ауаз һалған. Әммә был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда алта балаға аҙыраҡ. Вафат булыусылар ҙа кәмегән, 50 кеше (2018 йылдың ғинуарында – 73) баҡыйлыҡҡа күскән.

Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса быйыл Эт йылына алмашҡа Ҡабан сусҡаһы килде яңы тыуған сабыйға исем һайлағанда уның характерын мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк. Ата-әсәләр был кәңәшкә ҡолаҡ һалғандырмы-юҡмы, ғинуарҙа ҡыҙҙар араһында - Дарья, Алиса, Эльза, малайҙар араһында Марат, Никита, Ярослав, Роман исемдәре популяр булған. Һирәк кенә булһа ла, Әмилә, Элиана, Вилена, Аиша һәм Амаль исемдәрен һайлаусылар ҙа бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда районда 364 бала – 186 ҡыҙ һәм 178 малай донъяға килде. Башҡортостанда 24264 малай һәм 22807 ҡыҙ тыуҙы. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса республикала былтыр Иван, Артем, Руслан, Кирилл, Тимур, Данил, Әмир, Егор, Максим, Александр, Матвей, Константин, Ислам, Дмитрий, Ярослав, Никита һәм Даниил исемдәре популярлыҡ яулаған. Ҡыҙҙарға ата-әсәләр Виктория, Самира, Ева, Арина, Амелия, София, Татьяна, Анастасия, Ангелина, Дарья һәм Валерия исемдәрен күберәк һайлаған.

Мәскәүҙең иң популяр ҡатын-ҡыҙҙар исемдәре рейтингында Алиса тәүге баҫҡыста килә. Шулай уҡ Виктория һәм Екатерина исемдәре лә йыш осрай. Анна, Мария, София һәм Анастасия исемдәрен һайлаусылар айырыуса күп. Меңдәрсә ҡыҙ балаға Диана һәм Алина исеме ҡушылған.

Нисек кенә булмаһын, ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй генә исем һайламаһын, иң мөһиме, уларға бәхетле бала саҡ бүләк итегеҙ, һөйөү һәм наҙығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Читайте нас: