Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2019, 12:06

Район хакимиәте башлығы – Казанкала

Дамир Мостафин ауыл биләмәһендә халыҡты ҡабул итте

Казанка биләмәһенә Үрнәк, Казанка Фән, Иҫке Аҡҡолай һәм Бәләкәй Аҡҡолай ауылдары инә. Район хакимиәте башлығына һорау бирергә ошо ауылдар халҡы, старосталар һәм депутаттар килде. Активистарҙы, һәр ваҡыттағыса, дөйөм проблемалар борсоно. Мөрәжәғәт итеүселәр был көндө юлдарҙы, күперҙәрҙе ремонтлау һәм төҙөкләндереү, автобус туҡталыштары булдырыуға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары торошо ла ситтә ҡалманы. Осрашыуға килгән халыҡ автобус хәрәкәтен ойоштороуҙа ла ярҙам итеүҙәрен һораны.

Ҡабул итеү барышында Дамир Радик улына шәхси проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һорап килеүселәр ҙә булды.

Читайте нас: