Тәнзилә ҮҘӘНБАЕВА, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Иң яратып әҙерләгән ашым – ҡыҙҙырылған ҡаҙ.
Уны кистән майонезға ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, ҡыҙыл борос, тоҙ ҡушып ыуып ҡуям. Бешерер алдынан эсенә лимон һутына буталған дүрт-биш әскелтем алма, 100 грамм тирәһе кипкән өрөк, шул сама ҡара емеш һалам.
Ҡаҙҙың эсен теккәс, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға кәрәк. Ике сәғәт бешә. Ошо ваҡыттың яртыһы ҡалғас, иттең эргәһенә картуф һалына.
Өҫтәлгә ҡаҙҙы матур һауытҡа һалып, өҫтөн йәшелсә менән биҙәп ҡуйғанда, тағы ла матурыраҡ, хуш еҫлерәк буласаҡ. Әлбиттә, табынға һурпа ла әҙерләйем, ҡорот иҙеп ултыртам.