Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2019, 13:21

Маҡсатыбыҙ – халыҡҡа ярҙам итеү

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин Түбән Әүрез ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.

Ауыл Советы составына Түбән Әүрез, Үрге Әүрез, Әүрезтамаҡ һәм Мечниково ауылдары инә. Халыҡты ҡабул итеү башланыр алдынан, ғәҙәттәгесә, Д. Р. Мостафин, район Советы секретары Ш. Ш. Сәлимов һәм ауыл Советы башлығы Р. Р. Фәйрушин мәсеттә булды, балалар баҡсаһы, китапхана, мәктәп һәм почта бүлексәһе биналарын ҡараны.

Сәфәр барышында фельдшер-акушерлыҡ пункттарына айырым иғтибар бүленде. Атап әйткәндә, район етәксеһе Түбән Әүрез, Мечниково һәм Дим ауылдары медицина учреждениеларында булып, дарыуҙар һәм кадрҙар менән тәьмин итеү, янғынға ҡаршы талаптарҙың үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды, биналарҙа тәү сиратта ниндәй ремонт эштәре башҡарырға кәрәклеген асыҡланы.

Ҡабул итеүҙә ауыл биләмәһе халҡы ер пайҙары, автобус хәрәкәте, медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, юл төҙөүҙә, интернет үткәреүҙә ярҙам һораны, Әүрезтамаҡҡа ингән ерҙә ауыл исеме күрһәтелгән юл билдәһе ҡуйыу мәсьәләһен күтәрҙе, шәхси характерҙағы һорауҙар ҙа күп булды. Ҡыҫҡаһы, был көндө район хакимиәте башлығы менән осрашыуға килгән бер кеше лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. “Маҡсатыбыҙ – ауыл кешеләренә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү. Әлбиттә, халыҡ үҙе лә әүҙем булһын ине”, - тип билдәләне Дамир Радик улы.

Читайте нас: