Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2019, 13:14

Мин булдырам!

- Әйҙә, Регина, хәҙер был тренажерҙа шөғөлләнеп алайыҡ... Ипләп кенә. Бына шулай! Афарин! Хәлең нисек? - Яҡшы!

Ун биш йыл элек Бәләкәй Аҡҡолай ауылында йәшәүсе Шайморатовтар ғаиләһендә дүртенсе балалары донъяға килә. Ҡыҙға Регина тип исем ҡушалар. Күп балалы ғаиләлә тәү ҡарашҡа барыһы ла ал да гөл барған кеүек, әммә тиҙҙән табиптар ҡыҙға балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуя...

Ошо ун биш йыл эсендә Регина Мәскәү һәм Санкт-Петербург клиникаларында биш ҡатмарлы операция яһата, дауаханаларҙа оҙайлы реабилитация курстары үтә. Әммә ҡыҙ үҙе лә, ата-әсәһе лә ауыр һынауҙарға бирешмәҫкә тырыша, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Регина 9-сы синыфта уҡый, дәрестәрҙе скайп аша Туймазылағы инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәге уҡытыусылары бирә. Регинаға айырыуса биология һәм технология дәрестәре оҡшай икән. Күптән түгел ҡыҙҙың тормошонда тағы ла бер мөһим ваҡиға булған – ул “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөй башлаған.

Уның менән тәжрибәле тренер-уҡытыусы Вадим Шәйгәрҙанов шөғөлләнә.

- Былтыр яҙ мин башҡа уҡытыусылар менән бер рәттән “ДЦП ауырыуы булған балалар өсөн яраҡлашыу программаһы” буйынса уҡып ҡайттым. Быға тиклем бындай балалар менән эшләү тәжрибәһе юҡ ине. Был аңлашыла ла, сөнки физик мөмкинлектәре сикләнгән өлкәндәр ҙә, балалар ҙа үҙ-үҙҙәренә бикләнгән, фатирҙарынан сыҡмай. Уҡып ҡайтҡандан һуң, белемемде практикала ҡулланып ҡараһам, нисек булыр, тип уйлана башланым. Бер көндө Раевкаға ағаһына ҡунаҡҡа килгән инвалид ҡыҙҙы күреп ҡалдым. Ата-әсәләре менән таныштым, улар ҡыҙҙары менән күнекмәләр алып барырға теләүемә шатланып риза булды. Бына шулай итеп Регина менән яраҡлашыу программаһы буйынса шөғөлләнә башланыҡ, - ти Вадим Вәли улы.

Спорт һарайына ҡыҙҙы ата-әсәһе алып килә. Күнекмәләр тренажер залында аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелә. Программа ҡыҙҙың физик хәлен төҙәтеүгә һәм коррекциялауға ғына ҡайтып ҡалмай, уны рухи яҡтан сыныҡтырыуға, физик һәм психологик эшкә һәләтлелеген яҡшыртыуға ла йүнәлтелә. Бында иң мөһим ҡағиҙә – зыян килтермәҫкә. Тәүге дәрестәрҙән күренеүенсә, программаның файҙаһы ҙур.

- Регина күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Быға тиклем уның уң ҡулы бөтөнләй эшләмәй ине. Ә хәҙер, күреүегеҙсә, ул ҡулын хәрәкәтләндерә, әйберҙәр ҙә тота башланы. Ҡыҙҙың хәле лә яҡшырҙы, аппетит менән ашай башланы. Әгәр элек тиҙ ярһыусан булһа, хәҙер уның юҡҡа-барға кәйефе төшөп бармай. Мускулдарҙа ғына түгел, психоэмоциональ көсөргәнешлек тә әкренләп кәмей башланы. “Ыласын” уға ысын мәғәнәһендә ҡанаттар ҡуйҙы, бындағы күнекмәләр ҡыҙға бик оҡшай, уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Тренерҙың ҡушҡандарын теүәл үтәргә тырыша.

Ҡыҙыбыҙ менән эшләү өсөн Вадим Вәли улына һәйбәт тренер һәм уҡытыусы ғына түгел, яҡшы психолог та булырға тура килеүен беҙ аңлайбыҙ. Ҙур түҙемлелек күрһәтеп, Регина менән шөғөлләнеүгә бөтә көсөн, ваҡытын биреүе, уның күңеленә асҡыс таба белеүе өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ спорт мәктәбенең бөтә коллективына һәм хакимиәтенә ысын күңелдән рәхмәт, - тип шатлыҡтарын йәшермәй Регинаның ата-әсәһе Рәйхана Миңлейәр ҡыҙы һәм Фларит Минейән улы.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында Шайморатовтарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәләр. Беҙ килгән көндө лә Регинаны күңелле сюрприз көтә ине. Тренер-уҡытыусы Татьяна Богославская, ҡыҙҙың тырышлығын, ныҡышмалылығын һәм ихтыяр көсөн күреп, бүләккә “Мин булдырам!” тип яҙылған миҙал әҙерләгәйне.

- Мин дә күрше бүлмәлә эшләйем һәм Регинаны, уның ата-әсәһен йыш күрәм. Уларҙың уңыштары менән ҡыҙыҡһынып торам, күҙәтәм. Беҙгә тәүге тапҡыр килгән Регина менән хәҙерге Регина араһында айырма – ер менән күк араһы. Ҡыҙ бик тырыша, тренеры ла талапсан һәм түҙемле. Ата-әсәһе лә ҡыҙҙарына һәр яҡлап ярҙам итә. Беҙ Регинаға уңыштар теләйбеҙ һәм тормошондағы ошо тәүге спорт миҙалы уға бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин булыуҙы хәтерләтеп торһон, - тине Татьяна Николаевна, наградаһын тапшырып.

Тренеры ла тәрбиәләнеүсеһенән уңыштар көтә. Көн һайын, эҙмә-эҙлекле, төрлө методикалар һәм тренажерҙар ярҙамында баланың ауырыу зыян килтергән аяҡ-ҡул һеңерҙәрен йомшартып, ул үҙ маҡсатына - Регинаны аяҡҡа баҫтырырға ынтыла.

Читайте нас: