Татьяна Жуковская, социаль-мәҙәни үҙәктең күмәк саралар режиссеры:
- Бөгөн - минең байрамым. Өҫтәүенә мин студент та. Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһының мәҙәни сараларҙы ойоштороусының һөнәри эшмәкәрлеге факультетына уҡырға индем. Өсөнсө йыл рәттән ошо дата уңайынан шәхси концерттарым үтә, унда мин быйыл 25 йыр башҡарам. Әлбиттә, бөтә Татьяналарҙы ла байрам менән ихлас тәбрикләйем. Мине лә дуҫтарым, туғандарым, таныштарым һәм коллегаларым байрам менән ҡотлап, был көндө сәскә гөлләмәләре бүләк итә.
Татьяна Акимова, Раевка 4-се мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы:
- Мин был көндө православие динен тотоусыларҙың байрамы итеп ҡабул итәм, традиция буйынса үҙемә яңы күлдәк һатып алам. Туғандарыбыҙ араһында ла Татьяналар күп. Дуҫтарым менән Стәрлетамаҡ физик культура техникумында үткән йәшлек йылдарын иҫкә алам, был көндө беҙҙең өсөн байрам табыны әҙерләйҙәр һәм сәскә гөлләмәләре менән ҡаршылайҙар ине. Бөтә Татьяналарға һәр ваҡыт йәш булып ҡалыуҙарын, эштәренең уңышлы барыуын теләйем. Ә студенттарҙы сессия тамамланыу менән ҡотлайым.
Татьяна Павлуткина, “102” сауҙа йорто һатыусыһы:
- Йоматау техникумында иҡтисадсы-бухгалтерлыҡҡа уҡығанда студенттар менән был көндө бик күңелле үткәрә торғайныҡ. Бөгөн дә мине бөтәһе лә ҡотлай. Ә бит тәүҙә атай-әсәйем миңә Люда тип исем ҡушырға уйлаған. Үҙемдең исемем миңә тура килеп тора һәм Таня тип өндәшеүҙәре бик оҡшай.
Татьяна Антоненко, “Раевсахар” йәмғиәте баш агрономы:
- Был көндө студент йылдарын иҫкә алам һәм үҙемде күпкә йәшерәк итеп хис итәм. Әлбиттә, быйыл да ғаиләбеҙ менән байрам өҫтәле әҙерләйәсәкбеҙ, дуҫтарым һәм таныштарым да, һәр ваҡыт ҡотлап, сәскә бүләк итә. Ҡыҙым – студентка Татьянаны ла байрам менән ҡотлайым. Бөтә Татьяналарға, Танечкаларға һәм Танюшаларға бәхеттәр генә теләйем.