Әле яңы ғына эштәр гөрләп торған Раевка шәкәр заводы цехтарында бөгөн ғәҙәти булмаған тынлыҡ, сөнки сөгөлдөр эшкәртеүҙең сираттағы миҙгеле тамамланды. Шәкәр ҡайнатыусылар өсөн уҙған йылдың ниндәй булыуы тураһында предприятиеның генераль директоры Сергей БАЙҒУЖИН һөйләй:
- 14 ғинуарҙа беҙ шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеүҙе тамамланыҡ. Бөтәһе 536 мең тонна сеймал әҙерләнде. Татлы тамырҙы республиканың ун биш районынан һәм Ырымбур өлкәһенән ташынылар. Әлшәй сөгөлдөрсөләре лә быйыл мул уңыш үҫтереп, эшкәртеүгә 103 мең тонна сөгөлдөр тапшырҙы.
Завод 15 сентябрҙән башлап, бер туҡтауһыҙ 120 тәүлек эшләне. 505 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелде, 78,5 мең тонна шәкәр ҡомо әҙерләнде. Сығыш 15,55 процент тәшкил итте. Төп продукциянан тыш, 14 мең тонна ҡоро һәм грануллы жом, 16,4 мең тонна сөгөлдөр патокаһы эшләнде.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, завод миҙгелгә ваҡытында әҙерләнде. Инвестиция программаһы 19 млн һум тәшкил итте. Производство цехтарын һәм ҡорамалдар ремонтлауға 55 млн һум тотонолдо.
Ғөмүмән, барлыҡ был сығымдар заводтың өҙлөкһөҙ эшләүенә һәм эшкәртеү ҡеүәтен тәүлегенә 5000 тоннаға еткереүгә йүнәлтелде. Бөгөн “Раевсахар”ҙың ҡеүәте - тәүлегенә 4500-4700 тонна, былтырғы күрһәткес - 4200 тонна.
Киләсәккә беҙҙең бурыс – сеймал базаһын һаҡлап, заводты 600-650 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө менән тәьмин итеү. Бындай күләмдәге сеймалды эшкәртеү өсөн беҙҙә мөмкинлектәр бар: һуңғы йылдарҙа шәкәр ҡомо сығышын яҡшыртыу һәм татлы тамырҙы һаҡлағанда һәм эшкәрткәндә юғалтыуҙарҙы кәметү өсөн күп эштәр атҡарылды.