Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2019, 16:27

Ул йылдар һис онотолмаҫ

Нева йылғаһы буйында 1941 йылдың 8 авгусынан 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем һуҙылған блокаданы өҙөүгә 75 йыл ваҡыт уҙҙы.

Һуғыштың был ҡот осҡос ваҡиғаһы шаһиты булғандар бөгөн дә йәш быуын менән хәтирәләрен уртаҡлаша.

Миңә Ленинград блокадаһын үткәргән Әлиә Әбүбәкер ҡыҙы Яппарова һәм Галина Владимировна Семененко менән осрашырға тура килде. Үҙҙәренең ауыр яҙмышы тураһында улар район үҙәге мәктәптәрендә, Пионерҙар йортонда ойошторолған осрашыуҙарҙа күп тапҡырҙар һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әлиә Әбүбәкер ҡыҙы арабыҙҙа юҡ инде, бөгөн уның һәм Галина Владимировнаның яҙмышы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үткебеҙ килә.

Урусовтар ғаиләһе Мордовиянан Ленинградҡа һуғыш башланғансы күсеп килә, сөнки ҡыҙҙары Әлиәгә операция яһарға кәрәк була. Атаһы заводта хеҙмәт һала, әсәһе торлаҡ алыу өсөн урам һепереүсе булып эшкә урынлаша. Ике ағаһы, Әлиә һәм1941 йылдың авгусында донъяға килгән һеңлеләре Плеханов урамындағы бер бүлмәле фатирҙа йәшәй. Әлиәгә беренсе синыфҡа барырға насип булмай, 1941 йылдың авгусында Ленинград көслө ҡамау эсендә ҡала. Бомбанан һаҡланыу урыны итеп йыһазландырылған синыф бүлмәләрендә утты һүндерәлдәр. Ҡала биҫтәләре бер-бер артлы ҡараңғылыҡҡа сума. Аслыҡтан һәм һалҡындан хәлһеҙләнгән кешеләр, көндәр буйы йәшеренеп ултырырға мәжбүр була.

Һуғыштың тәүге көндәренән үк ҡала халҡы Грибоедов каналына һыуға йөрөй. Болғансыҡ һыуҙы алыу өсөн ҙур сират теҙелеп китә. Тышҡы донъя менән бәйләнештең берҙән-бер сығанағы радио була. Халыҡ аслы-туҡлы икмәк паегына йәшәй. Кескәйҙәргә көнөнә - 100-125 грамм, сабыйға билдәләнгән норма унан да аҙыраҡ була. Квартираларҙа үрсеп киткән ҡомаҡтар хәлһеҙ балаларға һәм өлкәндәргә ташлана.

Блокаданы үҙ башынан үткәреүселәр, ул ҡурҡыныс көндәрҙе иҫкә алып, кеше ашау осраҡтары тураһында ла һөйләй. Әсәһе шундай ҡот осҡос күренештең шаһиты булған Әлиә Әбүбәкер ҡыҙы ла миңә шул хаҡта һөйләгәйне. Ошоларҙы күргән ас-яланғас балаларҙың ниндәй ауыр хәлдә булыуын аңлауҙан йөрәк тетрәнә.

1943 йылдың мартында Урусовтар ғаиләһе эвакуациялана. Ладога күленең икенсе ярына сыҡҡан ас кешеләр, табиптарҙың иҫкәртеүҙәренә лә ҡарамай, аҙыҡҡа ташлана. Күптәр шул ваҡытта эсәктәре ишелеп көслө ауыртыныуҙарҙан вафат була.

Куйбышев тимер юлының Безымянка станцияһы перегонында Әлиәнең 12 йәшлек ағаһы әсәһе ҡулында вафат була. Раевкаға килеп етер алдынан атаһы дизентерия менән ауырып китә. Шәфҡәт туташтары уны ат арбаһына һалып дауаханаға алып китә.

Әлиә 10 йәшендә беренсе синыфҡа бара. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, тимер юлында эшләй башлай. Тегеүсегә уҡып сыҡҡас, егерме йылдан ашыу ательела хеҙмәт һала, ә һуңынан рельстар сваркалау поезында эшләп хаҡлы ялға сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Галина Владимировна Семененкоға (Федорович) алты йәш була. Уларҙың ғаиләһе Ленинградта йәшәй. Әсәһе – дауаханала, атаһы заводта эшләй. Һуғыш башланғас, атаһын фронтҡа алалар. Ҡамауҙа ҡалған ҡалала 1941 йылдың ноябрендә үк кешеләр бер-бер артлы аслыҡтан, һалҡындан, зәңге ауырыуынан һәм дистрофиянан вафат була башлай. 1942 йылдың февралендә әсәһе туберкулездан үлә. Галяны һәм һуғыш алдынан тыуған ҡустыһы Юраны балалар йортона оҙаталар. Ошонда инде уларҙың юлдары мәңгегә айырыла.

Ленинград блокадаһында йыл ярым йәшәгән хәлһеҙ ҡыҙҙы фронт һыҙығы артына эвакуациялайҙар. Ладога күле аша “йәшәү юлы”нан сығыу, артабан йәйәү, тауар поездарында барыу, ҡыш буйы дауаханала ятыуын һөйләгәндә Галина Владимировнаның күҙҙәренә йәш тула. 14 йәшенә тиклем ул Горький өлкәһе Богородский районының Алексеевка балалар йортонда йәшәй. Дружина советы рәйесе булараҡ, пионерҙар менән яҡшы эшләгәне өсөн “Артек” һауыҡтырыу лагерына юллама менән бүләкләнә. Ошо өлкәнең икенсе балалар йортонда унынсы синыфты тамамлай. Фронттан икенсе ҡатын алып ҡайтҡан атаһы менән дә күрешергә насип була Галяға, әммә был осрашыу бер кемгә лә шатлыҡ килтермәй.

Уҡытыусылар өсөн ике йыллыҡ институтты тамамлағандан һуң Галина Владимировна Алыҫ Көнсығышҡа, Хабаровск өлкәһенә, артабан Камчаткаға йүнәлә. Ул унда флотта хеҙмәт итеүсе егет, буласаҡ тормош иптәше Сергей Семененко менән таныша һәм уның менән Башҡортостанға килә.

Һуғыш күрмәгән беҙҙең быуын кешеләре дәһшәтле яу йылдарын кисергәндәрҙең хәтирәләрен тулҡынланып тыңлай. Ленинград блокадаһы балаларының тарихы ла йөрәктәрҙе әрнетә. Ҙур ҡала 900 көн һәм 900 төн аяуһыҙ дошман ҡулсаһында була, әммә ул бирешмәй, йәшәүен дауам итә.

1995 йылдың ноябрендә Г. В. Семененкоға “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе тапшырыла. 2004 йылдың авгусында Рәсәй Президенты Указы менән ул “Санкт-Петербургтың 300 йыллығына ҡарата” миҙалы менән бүләкләнә. 2014 йылда уға “Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә” иҫтәлекле билдәһе тапшырыла.

Читайте нас: