Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2019, 12:49

Мөғжизәнең юҡтыр сиктәре

Ғәйнәямаҡта йыл һайын ихаталарҙы, урамдарҙы биҙәүгә конкурс ойошторола.

Ауыл халҡы йорттарында ғына түгел, урамдарҙа ла урман һылыуҙарын биҙәп, гирляндалар элә, боҙҙан төрлө һындар яһай. Бындай сәмле ярыш үҙ һөҙөмтәләрен бирә – ололар ҙа, балалар ҙа күҙгә күренеп күркәмләнгән ауылға һоҡланып туя алмай.

- “Яңы йыл һәм Раштыуа мөғжизәләре” бәйгеһендә быйыл Иршат һәм Туҡмаҡбаш халҡы ла ҡатнашты, - ти ауыл биләмәһе башлығы Алик Усманов. – Яңы йыл алдынан махсус комиссия Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергәләп еңеүселәрҙе билдәләү өсөн әкиәт “объекттары”н ҡарап сыҡты. Әйткәндәй, был эш еңелдән булманы, сөнки һәр кем бәйгегә бик яуаплы һәм ижади ҡараған, бөтә оҫталығын һалырға тырышҡайны. Мәҫәлән, ҙур булмаған Иршат ауылында ғына ла ике шыршы биҙәлгән, һырғалаҡ эшләнгән. Туҡмаҡбаштар иһә беҙҙе кеше бейеклегендәге ҙур ҡар һындар эргәһендә маскарад кейемдәрендә байрам салюты менән ҡаршы алды. Ғәйнәямаҡтың Йәштәр, Горький, Үҙәк һәм Шоссе урамдарында йәшәүселәр ҙә бәйгегә йыл һайын ҙур фантазия менән әҙерләнә. Бәләкәй генә Сирень урамынан Ғәлиевтар һәм Ситдиҡовтарҙың һоҡланғыс ижади эштәре таң ҡалдырҙы. Һәр ҡайҙа ла самауырҙар ҡайнатып, оҫта ҡуллы хужабикәләр бешергән тәмле ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр әҙерләнгәйне. Байрамда балалар ғына түгел, ололар ҙа үҙ һәләттәрен ҙур теләк менән күрһәтте.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм иҫтәлекле бүләктәр алды. Был сара барыбыҙға ла күтәренке кәйеф бүләк итте, дәрт-дарман өҫтәне. Бәйгене үткәреүҙә ярҙам күрһәткән “Колос” агрофирмаһына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, - тине Алик Өлфәт улы.

Тәүге ижад емештәре

Бөтә халыҡ күмәкләшеп егелгән саналарҙа килеп төшкән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршылаған көндө тағы ла бер мөһим ваҡиға – мәҙәниәт йортонда “Һүрәт төшөрөргә өйрәнәбеҙ” тип аталған балалар ижады күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.

Хәбәр итеүебеҙсә, ауылда күптән түгел Раевка балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлеге эшләй башланы. Дәрестәрҙе Ғәйнәямаҡта тыуып үҫкән билдәле рәссам Рәмил Миһранов алып бара. Уның етәкселегендә балалар үҙҙәренең тәүге ышаныслы аҙымдарын яһай, уларҙың сағыу төҫтәргә бай ижад емештәре ошо хаҡта асыҡ һөйләй.

Читайте нас: