- Өй туйлаусыларҙың күбеһе – агросәнәғәт комплексы вәкилдәре, уларҙың етеһе – “Раевсахар” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре. Ҡалғандары - социаль өлкәлә эшләүселәр. Ике ғаилә Казанка ауылында йорт һатып алды, туғыҙы район үҙәгендә өй һала, ә бер ғаилә квартира һатып алырға ҡарар иткән. Һәр ғаиләгә торлаҡ менән тәьмин итеүгә дәүләт ярҙамы 750 мең һумдан 1 миллион 200 мең һумға тиклем тәшкил итте, - тип аңлатма бирҙе район хакимиәтенең торлаҡ мәсьәләләре буйынса инспекторы Зөлфиә Вәлишина.