Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2019, 13:42

Ике яҡ өсөн дә отошло

Район етәкселеге граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙе дауам итә

Ауыл халҡы менән осрашыуҙарҙың төп маҡсаты - көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү, урындарҙа эштәр торошон аныҡ баһалау һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү.

Халыҡ менән аралашыуҙың бындай алымы ике яҡ өсөн дә отошло – ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү бер-береңде яҡшыраҡ аңларға, аңлашылмаған һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә һәм ҡайһы бер мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итергә ярҙам итә. Өҫтәүенә ауыл кешеләре кәрәкле консультация ала, шәхси проблемаларҙы хәл итеүҙең төрлө юлдарын ҡарай, теге йәки был мәсьәләнең контролгә алыныуы, тимәк, уның иғтибарһыҙ ҡалдырылмауы уларға ышаныс өҫтәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йыл байрамдары алдынан граждандарҙы ҡабул итеү Аксен, Шафран, Ҡырым, Торонтайыш ауылдарында уҙҙы. Ошо көндәрҙә Тавричанка ауылы халҡы ла район етәкселеге менән осрашты.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ауыл биләмәләрендә проблемалар бер үк тиерлек. Юлдар, күперҙәр, зыяраттар торошо, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек төҙөкләндереү мәсьәләләре айырыуса көнүҙәк. Халыҡты шулай уҡ яңы ҡағиҙәләр буйынса көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы ойоштороу ҙа борсой. Йыш ҡына һаулыҡ һаҡлау темаһы күтәрелеп, поликлиникала махсус белгестәргә сират, урындарҙа фельдшерҙар булмауы кеүек мәсьәләләр тикшерелә. Шафрандар, мәҫәлән, был йәһәттән уңған: унда йәш табип эшләй башлаған һәм ауыл халҡы уға йәшәү шарттары булдырыуҙы үтенде. Айырыуса оло йәштәгеләр дарыухана пункттары булмауға зарлана. Миҫал өсөн, торонтайыштарға дарыу һатып алыу өсөн алыҫ ара үтеп, район үҙәгенә килергә кәрәк.

Ҡыҫҡаһы, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр байтаҡ. Тавричанкала үткән граждандарҙы ҡабул итеү ҙә шуны күрһәтте. Традиция буйынса ауыл халҡы менән осрашыу алдынан район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, район Советы секретары Шамил Сәлимов һәм юридик бүлек етәксеһе Михаил Кобыляцкий бер нисә социаль объектты: дауахана, мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм магазинды ҡараны.

Район хакимиәте башлығы менән осрашыуға активистар, старосталар, ауыл кешеләре килде. Шәхси һәм дөйөм характерҙағы мәсьәләләр күтәрелде. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, ауыл хакимиәте ҡарамағында булған урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау кеүек проблемалар урында уҡ хәл ителде. Дамир Радик улы Тавричанканан Стәрлетамаҡ - Раевка юлына тиклемге юлды ремонтлау мәсьәләһен дә ыңғай хәл итте, был эштәр быйылға планлаштырылды.

Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау проблемаһын да ситләп үтмәнеләр. Ауыл халҡы йәйен дауахананың көндөҙгө стационары оҙаҡ ваҡытҡа ябылыуға зарланды. Ер участкаларына документтар тултырыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы ойоштороу буйынса ла һорауҙар булды.

- Бөтә мөрәжәғәттәр мотлаҡ тикшереләсәк һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, - тип, осрашыуға йомғаҡ яһаны Д. Р. Мостафин.

Читайте нас: