Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2019, 12:24

Уҙған йылдың мөһим ваҡиғалары

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә байҡау яһап

Сираттағы йылды оҙатҡанда беҙ традицияны дауам итеп, район баҫмаһында яҡтыртылған иң сағыу ваҡиғаларҙы, уртаҡ ҡаҙаныштарыбыҙҙы барлайбыҙ.

Уҙған йыл нимәһе менән хәтерҙә ҡалды һуң? Ҙур күләмле, сағыу һәм ғәҙәти булмаған ваҡиғалар былтыр аҙ булманы. Бөтә ил менән Президент һайланыҡ, шулай уҡ пенсия һәм сүп-сар реформалары миллиондарса рәсәйҙәрҙе тулҡынланырға мәжбүр итте. Ҡырым күперен асып, Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеп ҡыуандыҡ. Ҡот осҡос хәлдәр ҙә булды. Кемероволағы фажиғә, уны хәҙерге Рәсәй тарихында иң көслө икенсе янғын тип атанылар, Мәскәү эргәһендә АН-148 самолетының һәләкәткә осрауы...

Был ваҡиғаларҙан тыш, 2018 йыл республикабыҙ халҡы хәтерендә, иң элек, Рөстәм Хәмитовтың отставкаға китеүе һәм Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе, Ағиҙел күперенең асылыуы, Уралда ер тетрәүе һәм, әлбиттә, республиканың 100 йыллығына арналған ҙур саралар менән иҫтә ҡаласаҡ.

Йыл ваҡиғаһы

Төп сәйәси ваҡиғаларҙың береһе, һис шикһеҙ, ил Президентын һайлау булды. Районыбыҙҙа һайлаусыларҙың 85 проценты тауыш бирҙе, әлшәйҙәрҙең 82 проценты Владимир Путинды һайланы.

Йыл төҙөлөшө

Район үҙәгендә “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә оҙаҡ көтөлгән бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы.

Йыл юбилейҙары

2018 йыл юбилейҙарға бай булды. Ыҫлаҡ ауылына – 280, Мәндәнгә – 240, Осоргино һәм Челноковка ауылдарына – 190, Чехов исемендәге шифахана ауылына – 120 йыл тулды, ә Аҡбирҙе, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Бүҙәнйәр, Ҡаран һәм Ташкисеү ауылдары 90 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.

Йыл хәтере

Район үҙәге паркында, унда былтыр сик һаҡсылары үҙенсәлекле Дан аллеяһын булдырғайны, быйыл иһә бер юлы ике таҡтаташ асылды. Яугир-интернационалистар һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, унан инде Әлшәй диңгеҙселәре һәләк булған хеҙмәттәштәре хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйҙы. Ә Хәнйәр ауылында йәшәүселәр былтыр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә асылған һәйкәл эргәһендә матур сквер булдырҙы.

Йыл башланғысы

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына Казанка һәм Ҡармыш ауыл биләмәләре проекттары инде: Дим ауылы халҡының - һыу үткәргес селтәрҙәрен капиталь ремонтлау, фәндәрҙең һыу үткәргес колонкалары ҡойоларын һәм япмаларын, һыу үткәргес селтәрҙәре ҡоролмаларын һәм янғын һүндереү өсөн һыу һауыттарын ҡуйыу буйынса проекттары ғәмәлгә ашырылды.

Йыл проекты

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” федераль проекты ярҙамында Аксен мәктәбе уҡыусылары 1 сентябргә бүләккә яңы спорт залы алды.

Республиканың ун биш мәҙәниәт усағы иҫәбендә Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто “Тыуған яғым мәҙәниәте” партия проектында ҡатнашты, уның сиктәрендә бинаның түбәһе ремонтланды һәм матди-техник базаһы нығытылды.

Йыл уңышы

Әлшәй сөгөлдөрсөләре быйыл мул уңыш – 4305 гектарҙан 120 мең тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алды. Уҙған миҙгелдәр менән сағыштырғанда, культураның уңышлылығы ла күтәрелде – быйыл ул гектарынан уртаса 280 центнер тәшкил итте.

Йыл гранттары

Райондың ике ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы – “Сығанаҡ” (Раевка ауылы) һәм “Тәбиғи продукттар” (Ғәйнәямаҡ ауылы) техник ҡорамалдар һатып алыуға 3 млн һум гранттар алды.

Йыл осрашыуы

Әлшәй йондоҙҙары һәм районда тыуып-үҫкән билдәле шәхестәр ҡатнашлығында “Эх, Әлшәйем, Дим буйы!” исемле концерт быйыл беренсе тапҡыр Стәрлетамаҡта уҙҙы.

Йыл һылыуҡайы

Башҡорт ҡыҙҙарының республика матурлыҡ конкурсында Башҡортостандың төп һылыуҡайы титулын Себенле ауылы ҡыҙы, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Әлфинә Кашапова яуланы.

Йыл китабы

Әлшәй ерендә ижад иткән егерме ике авторҙың әҫәрҙәрен берләштергән, күптән көтөлгән “Дим моңдары” шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.


Читайте нас: