быйыл иһә бәхетемде һынап ҡарарға булдым, - тип мөрәжәғәт итте беҙгә Кинйәбулат ағай Дәүләтгәрәев. Баҡһаң, гәзитебеҙҙе “Сталинсы”, “Ленинизм байрағы” исемен йөрөткән замандарҙан уҡ яҡшы хәтерләгән Кинйәбулат ағай оҙаҡ йылдар баҫманың штаттан тыш хәбәрсеһе булған, өҫтәүенә үҙе лә мәҡәләләр яҙған.
Кинйәбулат Кинйәбай улы гүзәл Дим йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй генә Туҡтар ауылында( ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл хәҙер юҡ) тыуып үҫкән. Ҡәһәрле һуғыш башланған 1941 йылда донъяға килгән ир-уҙаман “һуғыш балалары” яҙмышына төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы ла үҙ иңендә күтәрә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, ул физкультура техникумына уҡырға инә.
Буласаҡ тормош юлдашын Кинйәбай Раевкала осрата. Зәңгәр күҙле мыҡты кәүҙәле егет аҡ халат кейгән ҡара күҙле сибәр шәфҡәт туташына бер күреүҙән ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа егетте оҡшата һәм бына ярты быуат инде улар шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлашып, татыу ғүмер кисерә. Әминә Ғәфүр ҡыҙы Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән. Һигеҙенсе синыфты тамамлағандан һуң, Әлшәйгә туғандарына ҡунаҡҡа килә һәм ошонда тороп ҡала. Апаһы кеүек, ул да донъялағы иң изге һөнәрҙәрҙең береһен һайлай.
Йәштәр бынан 48 йыл элек Шафран шифаханаһында төпләнергә ҡарар итә. Икеһе лә үҙ һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт һала: Кинйәбулат Кинйәбай улы мәктәптә, һөнәрселек училищеһында физкультуранан уҡыта, йәмғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Әминә Ғәфүр ҡыҙы иһә шифахананың мәктәп-интернатында шәфҡәт туташы булып эшләй. Алсаҡ йөҙлө, аралашыусан йәш белгестәрҙе үҙ коллективтарында ла хөрмәт итәләр, ауылдаштары, күршеләре менән дә дуҫ-татыу йәшәй улар. Район гәзитендә Кинйәбулат Кинйәбай улының һуғыш юлы үткән фронтовиктар, ябай хеҙмәтсәндәр тураһында мәҡәләләре донъя күрә, ҡыҙыҡлы спорт саралары тураһында ла хәбәр итеп тора ул.
Ҡайһы берәүҙәр бөгөн тормошҡа зарланыуҙан бушамай. Ә бәғзеләр иһә, яҙмыш һынауҙарына, юғалтыуҙарға бирешмәй, һәр яңы иртәне йылмайып ҡаршылай, ябай ғына әйберҙәрҙә лә матурлыҡты һәм гүзәллекте күрә, булғанына шөкөр итеп йәшәй белә. Әминә һәм Кинйәбулат Дәүләтгәрәевтарҙы тап шундайҙар иҫәбенә индерергә мөмкин. Хеҙмәт ветерандары ейәнсәрен һәм дүрт йәшлек бүләһен һағынып көтөп ала, уңыштарына ҡыуана, үҙҙәре лә йыш ҡына туғандарына ҡунаҡҡа йөрөй. Тырыш ғаиләнең ихатаһы иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра, йәшелсә баҡсалары мул уңыш менән ҡыуандыра. Һәр эште лә улар бергәләп башҡара. Әйткәндәй, редакцияға ла улар бергәләп килгәйне. Ә руль артында16 йыл шоферлыҡ стажына эйә Әминә Ғәфүр ҡыҙы үҙе ине.
Дәүләтгәрәевтар район баҫмаһы менән айырылмаҫ дуҫтар.