Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 11:15

“Мин – бөйөк ил гражданины!”

Район мәҙәниәт һарайында төп дәүләт документы – Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Сараға 21 кеше – 14 йәше тулған ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылды, тулҡынландырғыс һәм ҡыуаныслы тантанаға шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре, яҡындары һәм дуҫтары ла килгәйне.


Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлегенең Әлшәй районы буйынса миграция мәсьәләләре бүлексәһе етәксеһе полиция майоры Ю. Г. Васильева мөрәжәғәт итте.

- Һеҙ бөйөк Рәсәй гражданины тигән юғары исемде аҡларға, уны ғүмер буйы намыҫ менән йөрөтөргө тейешһегеҙ, - тип билдәләне Юлия Геннадьевна, йәш әлшәйҙәргә паспорт тапшырып.

Тулҡынланған ҡыҙҙар һәм егеттәр, тәүге документтарын ҡулдарына алғас, уға һаҡсыл ҡарашта булырбыҙ, яҡшы уҡырбыҙ һәм Рәсәй Федерацияһы гражданины исеменә тап төшөрмәбеҙ тип ант бирҙе.

Был иҫтәлекле көн менән егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары, эске эштәр органдары ветераны Ф. И. Ғимаева ла ҡотланы һәм уларға иҫтәлекле бүләк - илебеҙҙең төп законы булған Конституцияны, ҡотлау хаттары һәм сувенирҙар тапшырҙы.

Сара аҙағында район мәҙәниәт һарайы артистары йыйылыусыларҙы матур концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы.

Читайте нас: