Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2018, 18:50

Демография

Тиҙҙән беҙ уҙып барған йылға йомғаҡ яһайбыҙ

ә әлегә ноябрь айын хәтергә төшөрәйек.
Район ЗАГС бүлеге мәғлүмәттаре буйынса, был айҙа беҙҙә 27 сабый тыуған, 2017 йылдың шул уҡ миҙгеле менән сағыштырғанда, 9-ға кәмерәк. Уларҙың – 14-е ҡыҙ, 13-ө - малай. Ата-әсәләр балаларына матур яңғырашлы һәм һирәк осрай торған Зәйнәп, Сәйҙә, Айдана, Осман, Мелания, Стефания, Нәдир, Ғүмәр исемдәре биргән. Артур, Арина, Милана, Булат, Радмир исемдәре лә популяр булып ҡала. 13 ғаилә пары никахҡа ингән, 14-е – айырылышҡан. Йыл башынан 253 пар ғаилә ҡорған, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 37-гә (!) күберәк. Был ваҡыт эсендә 15 кеше төрлө сәбәптәр менән исем-фамилияһын алмаштырырға ҡарар иткән.
Дөйөм алғанда, тыуым кәмегән. 2018 йылда 342 бала донъяға килгән, ә 2017 йылда – 380. Үлем осраҡтары ла быйыл аҙыраҡ – 567, былтыр иһә 578 булған. Октябрь айындағы кеүек, ноябрҙә лә вафат булыусылар күп. Был айҙа 49 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Читайте нас: