Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2018, 18:09

Ҡошсоҡтарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!

Беҙҙең тарафтарҙа ҡышлаусы ҡоштарға оҙайлы ҡыш һынау осоро булып тора.

Улар һыуыҡтан ғына түгел, күбеһенсә аслыҡтан яфа сигә. Ҡар ятыу менән урман-ҡырҙарҙа, яландарҙа аҙыҡ табыуы ауырлаша, шуға күрә күпселек ҡоштар кешеләр йәшәгән урындар­ға туплана. Ошо ваҡытта ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар эшләп, ярҙам ҡулы һуҙыу уларҙы һәләк булыуҙан ҡотҡара ала.


Ҡоштарҙы ашатыуҙың ябай ғына тәртиптәре лә бар. Беренсенән, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ҡыҙҙырылған, май­лы, тоҙло йә шәкәрле аҙыҡ бирергә ярамай. Ул тары ярмаһын, ҡауын, ҡарбуз, ташҡабаҡ, көнбағыш орлоҡтарын, балан, гөлйемеш, мышар емештәрен, икмәк валсыҡтарын һәм хайуан майын (сало) айырыуса яратып ашай. Тағараҡтағы аҙыҡтың төрлөлөгөнә ҡарап ҡоштарҙың бер нисә төрө йыйылыуы ихтимал. Икенсенән, әлбиттә, тағараҡтың һәр ваҡыт таҙа булыуы мөһим: артып ҡалған аҙыҡтың күгәреп, сереп, төрлө ауырыу барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Өсөнсөнән, ҡоштарҙы бер ашата башлағас, уны ғәҙәткә индерергә кәрәк. Сөнки тағараҡта туҡланырға өйрәнгән ҡоштоң һәләк булыуы бар. Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә тағараҡтар элеп, бергәләшеп ҡоштарҙы “шефлыҡҡа алыу” отошло – күмәкләшеп күҙәтеүҙәр алып барырға була.


Ата-әсәләр балаларына бә­ләкәйҙән хайуандарға, тә­биғәткә ҡарата миһырбанлы булырға өйрәтһә ине. Быға тәүге аҙымдар – ҡоштарҙы ашатыу бигерәк тә кескәй балалар өсөн ҡыҙыҡлы. Ошо саҡта сабыйҙар менән бергә үткәргән ваҡытығыҙ файҙалы ла, фәһемле лә, күңелле лә булыр!
"Йәшлек" гәзитенән алынды.
Читайте нас: