Әйтергә кәрәк, һәр бәйгелә, иң элек, визит карточкаһы йәки үҙең менән таныштырыу иғтибарҙы йәлеп итә. Был юлы ла шулай булды. Конкурсанттар үҙҙәре хаҡында шиғри-музыкаль формала таныштырҙы, уларға ҙур ихласлыҡ менән улдары һәм ҡыҙҙары ярҙам итте.
Бәйгелә Торонтайыш ауылынан Линара һәм Ғәзиз Мортазиндар ҡыҙҙары Ләйсән һәм улдары Булат менән, бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, икенсе урынды алды. Ә Мечниковонан ғаилә шәжәрәһен төҙөп,үҙҙәре менән таныштырған һәм татар туйы йолаһын сағыу итеп күрһәткән Әхмәҙиевтар ғаиләһе бәйгенең еңеүсеһе тип иғлан ителде.
- Конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс, шунда уҡ ризалаштыҡ, - ти Анжела. – Беҙ Радмир менән Өфө ҡалаһының 1-се полгирафия училищеһында бергә уҡыныҡ һәм шунда таныштыҡ. Әле икебеҙ ҙә ситтән тороп РФ Хөкүмәте ҡарамағыдағы финанс университетының Өфө филиалында белем алабыҙ. Декрет ялына тиклем мин унда уҡыу-уҡытыу бүлегендә эшләнем.
Маҡсатҡа ынтылыусан һәм йәштәрсә дәртле Радмир менән Анжела 2010 йылдың ғинуарында өйләнешә. Быйыл улар ҡалай туйҙарын билдәләй. Хәйер, бәхетле ғаилә парҙары өсөн туйҙың ниндәй булыуы әллә ни әһәмиәткә лә эйә түгелдер. Иң мөһиме – улар бер бөтөн булып, бер-береһен аңлап, яратҡан балалары менән бәхетле ғүмер кисерә. Биш йәшлек улдары Тамерлан бик тә талантлы малай, ул уҡый-яҙа, матур итеп йырлай һәм һүрәт төшөрә лә белә. Ике йәшлек Дарина ла йырларға, һүрәт төшөрөргә ярата. Ғаилә башлығы Радмир гитарала уйнай, йырлай, балыҡ тоторға әүәҫ. Ә Анжела ҡул эштәренә оҫта - фетрҙан ҡурсаҡтар яһай, балалар өсөн күлдәктәр, ойоҡбаштар бәйләй һәм, әлбиттә, яҡындарын тәмле ҡамыр ризыҡтары менән һыйлай.
Ғаилә башлығы Себерҙә монтажсы булып эшләй, ә тормош юлдашы декрет ялында, бөгөн улар Мечниковола, ата-әсәләре Фирҙәүсә Ғәлим ҡыҙы һәм Фәнзил Мәжит улы Әхмәҙиевтар менән бергә йәшәй. Бөтә татыу һәм бәхетле ғаиләләр кеүек, улар ҙа түңәрәк байрам табыны артына йыйылып, Яңы йылды бергә ҡаршылаясаҡ.