Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 12:35

Байрам йәмен ебәрмәйек

Хәүефһеҙлекте иҫкәртеү фарыз.

Яңы йыл етеп килә. Күңелле мәшәҡәттәр, шау-шыу, байрамға әҙерлек осоро башланды. Күптәр ҡупшыҡай шыршы ҡуясаҡ, фейерверктар алып, байрамды тағы ла йәмлерәк итәсәк. Әммә ошо өлкәлә ҡануниәт боҙолоп, күңелһеҙ хәлдәр килеп сығыу ихтималы ла юҡ түгел. Был тәү сиратта сифатһыҙ пиротехника, уны балаларға һатыуға бәйле. Бындай проблемаларҙы иҫкәртеү маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” федераль проекты ағзалары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә баш ҡала баҙарҙарына һәм сауҙа үҙәктәренә рейдҡа сыҡты.

“Халыҡ контроле” проектының йәмәғәт советы рәйесе Алексей Прокофьев байрамға петардалар, салют һәм фейерверктар алырға теләүселәргә үҙенең кәңәштәрен бирҙе.


– Тәү сиратта инструкцияға иғтибар итегеҙ, ул мотлаҡ рус телендә булырға тейеш. Шулай уҡ легаль булған фейерверкта ГОСТ буйынса һаны барлығына иғтибар итегеҙ. Пиротехниканың хәүефен күптәр аңлап бөтмәй, ул бит шартлатҡысҡа тиң, шуға күрә үҙенсәлектәре менән алдан танышыу шарт. Бындай тауарҙы 16 йәше тулғандар ғына һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Уның өсөн мотлаҡ паспорт күрһәтеү кәрәк, – тине ул.


“Халыҡ контроле” проекты ағзалары һәм журналистар менән берлектә уҙғарылған рейдҡа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Халыҡ контроле” проектының Башҡорт­остан буйынса төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина йомғаҡ яһап, түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Ғәмәлдә пиротехникаға бәйле проблема юҡ икәнен күрҙек. Беҙ булған барлыҡ урындарҙа ла ҡағиҙәләр үтәлә. Сауҙа нөктәлә­рендә байрамға әҙерлек яҡшы ойошторолған. Ә бына аҙыҡ-түлек, айырыуса ит һатыу буйынса хеҙмәтләнде­реүҙең сифаты юғары тип әйтеп булмай. Санитар нормалар боҙола, һаҡлау дөрөҫ ойошторолмаған. Быларҙың барыһы ла иғтибарға алынды, тейешле урындарға хат ебәреләсәк.


Бындай рейдтарҙы Яңы йылға тиклем тағы ла бер нисә мәртәбә үткәреү күҙаллана. Тикшереп йөрөү һатыусыларға, айырыуса етешһеҙлектәр булғанда оҡша­маһа ла, халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн бик тә кәрәк. Байрам йәмен ебәреп, насар хәлгә тарығансы, уны алдан иҫкәртеү күпкә яҡшы­раҡ бит.

Читайте нас: