Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 11:43

Автокибет төпкөл ауылдарға юллана

Тәгәрмәсле магазин – республика юбилейына бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәргә яҡшы бүләк

Хәбәр итеүебеҙсә, республиканың ун муниципалитетына, шул иҫәптән беҙҙең районға ла, халыҡ һаны аҙ һәм район үҙәгенән алыҫта булған бәләкәй ауылдарҙа сауҙаны үҫтереү буйынса пилот проекты сиктәрендә автолавкалар бүленде.

Был программаның төп маҡсаты - ауыл халҡының тормош сифатын яҡшыртыу. Хаҡы 1,5 миллион һумлыҡ автокибет республика бюджеты иҫәбенә ҡайтартылды.

- Районыбыҙ сауҙа хеҙмәтләндереүе булмаған бәләкәй ауылдар һаны 60 проценттан артып киткән муниципалитеттар категорияһына ҡарай, - тип аңлатты район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Трунова. – Беҙ аукцион үткәрҙек һәм уның һөҙөмтәләре буйынса мобиль пункт икмәк һәм икмәк-күмәс ризыҡтары етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән эшҡыуар Марсель Шөймөхәмәтовҡа тапшырылды.

Бына бер ай инде көндәлек кәрәк-яраҡтар һәм башҡа тауарҙары булған магазин райондың бәләкәй ауылдарына йөрөй. Исемлектә - утыҙҙан ашыу ауыл, автолавка уларға графикка ярашлы – аҙнаһына бер тапҡыр, билдәләнгән көндә һәм сәғәттә килә.

- Аҙыҡ-түлек тә, сәнәғәт тауарҙары ла алып барабыҙ. Мейестән яңы ғына сыҡҡан икмәк-күмәс ризыҡтарына һорау ҙур, - ти һатыусы Зоя Мостафина. - Автокибетте һәр ерҙә шатланып ҡаршы алалар. Бигерәк тә оло йәштәгеләр ҡәнәғәт. “Магазинығыҙҙа әкиәттәге кеүек йәнең теләгән тауар бар!” - тип маҡтайҙар беҙҙе Нефороща ауылында йәшәүсе әбейҙәр.

Ысынлап та, күсмә сауҙа итеүҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн мини-магазин бөтә кәрәкле әйбер менән тәьмин ителгән. Фургонда кәштәләр, витриналар, туҡланыу продукттарын һәм сәнәғәт тауарҙарын һаҡлау өсөн тартмалар, туңдырғыс һәм һыуытҡыс камералар ҡуйылған. Етештереүселәр шулай уҡ һатыусыға уңайлы шарттар тыуҙырыу тураһында ла хәстәрлек күргән: автолавка йылытыла, хатта йылы һәм һалҡын һыу, йыуынғыс та бар. Автомобилгә тәжрибәле шофер Факил Шафиҡов идара итә.

Магазинда продукция киң ассортиментта тәҡдим ителә. Унда ярым фабрикаттар, макарон һәм колбаса ризыҡтары, һөт, он, шәкәр һәм ярмалар бар. Ҡыҫҡаһы, ауыл халҡына хәҙер көндәлек тауарҙар һатып алыу өсөн район үҙәгенә машина яллап барырға кәрәкмәй – бөтә продукцияны уларға автокибет алып килә.

Өҫтәүенә бәләкәй ауылдар халҡы өсөн тәгәрмәсле магазин “ҙур донъя” менән аралашыу, яңылыҡтар менән уртаҡлашыу мөмкинлеге лә.

- Әлбиттә, ауылдарға автолавка ебәреп, бик яҡшы эшләгәндәр. Беҙгә, оло йәштәгеләргә, бигерәк тә уңайлы, бында бөтә көндәлек тауарҙарҙы алырға мөмкин, иҫкергән аҙыҡ-түлек юҡ, хаҡтары ла артыҡ ҡиммәт түгел, - ти Ҡаран ауылынан 82 йәшлек Әнүәр Йосопов.

Читайте нас: