Йыл башынан район прокуратураһы коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһындағы закондарҙы боҙоуҙың 53 осрағын асыҡланы. Уларҙы бөтөрөүгә 26 протест белдерелде, 22 күрһәтмә бирелде. Һөҙөмтәлә вазифалы 20 кеше – дисциплинар, ике кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Урындағы үҙидара органдары ҡабул иткән норматив-хоҡуҡи акттар һәм уларҙың проекттарына коррупцияға ҡаршы экспертиза, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең тыйыуҙарҙы һәм сикләүҙәрҙе күҙәтеүен, уларҙың килем, милек тураһында дөрөҫ һәм тулы мәғлүмәт биреүҙәренең, биләгән вазифаларына тап килеүҙәрен тикшереүҙәр даими үткәрелә.
Мәҫәлән, коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте үтәүҙе тикшереү һөҙөмтәһендә элекке дәүләт хеҙмәткәрен эшкә урынлаштырғанда етешһеҙлектәр асыҡланды. Ойошмаға һәм директорға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды, уларға 70 мең һум штраф һалынды.
Дәүләт вазифаларында эшләгән кешеләрҙең сығымдары уларҙың килеменә тап килеүенә контроллек итеү тураһында ҡануниәтте күҙәтеү өлкәһендә Раевка һәм Шафран ауыл Советтары эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр асыҡланды. Мәҫәлән, Шафран ауыл Советы депутаты 2016 йылға килем тураһындағы белешмәлә 1,5 миллион һумдан ашыу суммаға милеккә һатып алынған транспорт сараһын күрһәтмәгән. Был осраҡ буйынса, ышанысты юғалтыу сәбәпле, депутатҡа үҙ вәкәләттәрен туҡтатыуҙы талап итеү тураһында күрһәтмә бирелде.
Фото: Яндекс Картинки