Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2018, 12:07

Йәш белгестәрҙе нисек ауылға ҡайтарырға

Башҡортостан дәүләт медицина университетында Әлшәй студенттарының һәм ординаторҙарҙың район етәкселеге менән осрашыуы уҙҙы.

Көн тәртибенә – район дауалау-профилактика учреждениеларын медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡуйылды. Раевка үҙәк район дауаханаһында, әйткәндәй, уның составына 6 амбулатория, 39 фельдшер-акушерлыҡ пункты инә, табиптар һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәүе ныҡ һиҙелә. Дауаханаға бөгөндән 19 табип кәрәк.

Осрашыу асыҡтан-асыҡ һөйләшеү рәүешендә үтте. Хакимиәт башлығы Д. Р. Мостафин, уның урынбаҫарҙары, Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Н. С. Зыязетдинов райондың медицина учреждениеларында социаль ярҙам саралары һәм эш шарттары тураһында бәйән итте. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре “Земство докторы” программаһы тураһында ентекләп һөйләне. Үҙ сиратында студенттар һәм ординаторҙар ҙа бик күп һорауҙарға яуап алды.

Йәш белгестәргә социаль ярҙам сараларына килгәндә иһә, дауаханала табиптарға ай һайын өс йыл дауамында окладҡа 5 процент өҫтәмә түләнә, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә льготалар бар, ҡуртымға алынған торлаҡҡа компенсация ҡаралған. Район хакимиәте шәхси милеккә ер участкалары бүлә. Мәҫәлән, 2015 йылда ете белгескә участка бирелгән, 2016 йылда уны биш кеше алған, былтыр иһә участка өс белгескә бүленгән. 2015 йылда ике медицина хеҙмәткәренә торлаҡ төҙөүгә субсидиялар түләнгән, һуңғы ике йылда шул нисбәттә дүрт һәм ике хеҙмәткәргә шундай ярҙам күрһәтелгән. Һуңғы өс йылда найм килешеүҙәре буйынса ете фатир бирелгән.

Өҫтәмә оҡшаш белгеслектәр алыу мөмкинлеге лә бар. Мәҫәлән, һуңғы ете йылда 16 кеше уҡып ҡайтҡан.

Ошондай саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, ауылда элеккесә медицина кадрҙары етешмәй һәм был мәсьәлә һаман да асыҡ ҡала.

Читайте нас: