Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2018, 13:18

Мәңге йәшәр сәсән рухы!

Сәсәндәрҙең бишенсе төбәк бәйгеһендә Миәкә, Дәүләкән, Бүздәк, Бөрйән һәм, әлбиттә, Әлшәй райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.

Бына биш йыл инде районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы, драматург, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға һәм республиканың 100 йыллығына арналды.

Мәҙәни сара башҡорт лицейында башланып китте, әйткәндәй, был белем усағы 2004 йылдан алып башҡорт әҙәбиәте классигы исемен йөрөтә. Халыҡ сәсәне бюсы алдына сәскәләр һалыу тантанаһында сығыш яһап, билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Розалия Солтангәрәева, әҫәрҙәре ауыҙ-тел ижады ынйыларының алтын фондына ингән Мөхәмәтша Буранғоловтың баһалап бөткөһөҙ ижади эшмәкәрлеге башҡорт тарихынан, халыҡтың рухи донъяһынан айырылғыһыҙ, бының өсөн ул хатта милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә, тип билдәләне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов та уҡыусыларҙы туған телебеҙҙе яратырға, тормош юлы һәм ижады ошо мәктәп менән тығыҙ бәйле бөйөк сәсәндең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға саҡырҙы.

Район мәҙәниәт һарайында фестивалде асыу тантанаһы ла бик сағыу тамаша булды. Сәхнәлә ағинәйҙәр доға ҡылып мөнәжәт әйтә. Бөйөк башҡорт сәсәндәре исемдәрен әйтеп, ҡылыстан да үткер һүҙ көсөн, сәсәнлек рухын һаҡлау, уны быуындарҙан-быуынға тапшырыу тураһында ант биреү йолаһы атҡарылды. Киң майҙанға сыҡҡан бөгөнгө сәсәндәр ҙә был матур тамашаға ҡушылды.

Сәсәндәрҙең бишенсе төбәк бәйгеһендә Миәкә, Дәүләкән, Бүздәк, Бөрйән һәм, әлбиттә, Әлшәй райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.

- Борондан сәсәндәр һәр йыйындың, һәр байрамдың биҙәге булған, улар һабантуйҙарҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһаған, илдә барған теге йәки был ваҡиғаға үҙ фекерен белдергән. Бөгөн ошо бәйгегә килеп, үҙ һүҙен әйткән, оҫталығын күрһәткәндәрҙең һәр ҡайһыһына ихлас рәхмәттәремде еткерәм. Иң ҡыуаныслыһы, ошо күркәм сарала өлкән быуын вәкилдәре менән бер рәттән балалар ҙа һынау тота, тимәк сәсәнлек сәнғәте киләсәктә лә юғалмаясаҡ, - тине жюри рәйесе Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы.

Сәсәндәр бәйгеһе бер нисә сәғәт дауам итте. Сәхнәнән халҡыбыҙҙың билдәле эпостары һәм риүәйәттәре, мөнәжәттәр, ҡобайырҙар яңғыраны, шулай уҡ үҙ ижад емештәрен тәҡдим итеүселәр ҙә аҙ булманы.

Бәйгеселәр 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәктәр төркөмөндә сығыш яһаны. Ҡармыш ауылынан алты йәшлек Әлмир Әхтәмов иң кескәй ҡатнашыусы булһа, Яңы Сәпәштән Гөлсәмсә Әхмәҙиеваға 88 йәш ине.

Был көндө Әлшәй майҙанында һынау тотҡан һүҙ оҫталарының барыһына ла “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк фестиваленең иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Ә номинацияларҙың иҫәбе-һаны ла юҡ ине. Хәйер, был әллә ни мөһим дә түгелдер, моғайын. Сөнки сәсәнлек рухына, туған телгә тоғролоҡ өсөн бүләккә сәхнәгә сығып үҙ һүҙен әйткән һәр кем лайыҡ ине.

Читайте нас: