Музыка — сәнғәттең айырым бер төрө. Уның телендә төрлө милләт, төрлө дин кешеләре аралашыу һәләтенә эйә. “Поручик Раевский” был көндө аһәңле көйҙәргә күмелде. Йәш-елкенсәк гитарала уйнап, төрлө заманса йырҙарҙы яңғыратты. Иғтибарлы, йыр-моң һөйөүсән тамашасылар таланттарҙың сығышын яратып ҡабул итте, ижадтарында уңыштар теләне.