Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2018, 11:47

Дәүләт символикаһын законһыҙ ҡулланған өсөн

Район прокуратураһы “Раевка элеваторы” йәмғиәте эшмәкәрлегендә дәүләт символикаһы тураһындағы закондарҙың үтәлешен тикшерҙе.

Ойошма район прокуратураһы һорауына Рәсәй Федерацияһы дәүләт гербы ҡулланылған мисәт менән раҫланған яуап ебәргән. Әммә законға ярашлы, дәүләт гербы ил субъекттары, муниципаль берәмектәр, йәмәғәт берекмәләре, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар гербтарының геральдик нигеҙе булараҡ ҡулланыла алмай.

Прокуратура административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатты, ғәйепләнеүсе штраф рәүешендә яуаплылыҡҡа тарттырылды. Илдең дәүләт гербын ҡулланыу тәртибен боҙған вазифалы кешегә шелтә белдерелде.

Т. ПАНИЧ,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Читайте нас: