Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2018, 14:15

Ил төкөрһә, күл булыр

Янғында ҡаза күргән инәйҙе туғандары һәм ауылдаштары урамда ҡалдырмай.

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә бик ҙур хәсрәттәргә тарыуым сәбәпле хат яҙырға булдым. Һәм дә бәләлә яңғыҙ ҡалдырмағандарҙың барыһына ла гәзит аша оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә”, - тип башлана Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Рәзилә Бәхтегәрәй ҡыҙы Шәрәфетдинованың хаты.

“Сентябрь урталарында ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде – төнгө 12-лә күҙ алдымда бөтә өйөм янып бөттө. Шартлап өйөм янғанда үкереп илап, ниңә миңә шул тиклем ауыр һынауҙар, ҡайғы-хәсрәттәр бирәһең, тип Хоҙайҙан һорайым. 4 айлыҡ балабыҙ һалҡын тейҙереп вафат булғандан һуң, биш ҡыҙ таптым. 15 йыл элек тормош иптәшем менән ҡыҙым фажиғәле вафат булды. Шул тиклем ҡайғыларҙан һуң да йәшәүемде дауам иттем, ҡалған ҡыҙҙарыма йыуанып, ейән-ейәнсәрҙәремә ҡыуанып йәшәнем. Иптәшем Шамил Шәйхетдин улы бик яҡшы тормош юлдашы ине. Бер-беребеҙҙе тыңлап, күҙгә-күҙ ҡарашып йәшәнек. Өй һалып матур ғына донъя көттөк. Ирем заготовитель булып эшләне. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ауылыбыҙ мәсетендә мулла булды. Ауыр ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәҫкә тырыштым, ҡәйнәм менән ҡайнымды тәрбиәләнем, нисәмә етем бала ҡарап үҫтерҙем. Тормошом әкренләп яйға һалынған кеүек ине. Әммә яҙмыш йәнә ауыр һынау ебәрҙе”...

Көҙгө төн уртаһында бер кемгә лә бәлә килер кеүек тойолмай. Көтмәгәндә янғын сығып, ялҡын тиҙ арала бөтә өйҙө ялмап ала. Йорт тулыһынса янып бөтә, ә Рәзилә Бәхтегәрәй ҡыҙы дауаханаға эләгә. “Ун биш көндән һуң ауылға ҡайтыуыма мине өр-яңы буранан һалынған йорт көтә ине”, - ти Рәзилә инәй.

Бәләгә тарыған апайҙарын туғандары ярҙамдарынан ташламай, шунда уҡ аҡса йыялар, ауыл кешеләре лә үҙ өлөшөн индерә. Ҡыҫҡаһы, оло йәштәге инәйҙе урамда ҡалдырмау өсөн яҡындары ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләй .

“Дәррәү ҡуҙғалып, ярҙам иткәндәре өсөн бөтә Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы халҡына, туғандарыма һәм яҡындарыма, ут күршеләремә район гәзите аша ихлас рәхмәттәремде белдерәм. Ауыл Советы хакимиәтенә, балаларыма, айырыуса Наил кейәүемә, ейәндәремә, туғандарымдың балаларына рәхмәтлемен. Хоҙай Тәғәлә үҙҙәрен дә ярҙамынан ташламаһын, таҙалыҡтан айырмаһын!” - тип тамамлана был хат.

Эйе, кеше ҡайғыһына битараф булмаған, игелекле һәм ярҙамсыл замандаштарыбыҙҙың арабыҙҙа йәшәүе ҡыуаныслы. Изге күңелле, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарығыҙ тураһында беҙгә йышыраҡ яҙығыҙ, дуҫтар.

Читайте нас: