Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2018, 16:30

Ағас ҡырҡырға рөхсәтең бармы?

Республика халҡы ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға ялыу итә ала.

Урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек тураһында 8 (347) 218-14-14 телефоны аша Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә йәки 8 (347) 218-13-88 телефоны буйынса министрлыҡтың федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеү бүлегенә хәбәр итергә мөмкин.


Яңы йыл байрамы алдынан Урман хужалығы министрлығы һәм уның ҡарамағындағы учреждениелар ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға контролде көсәйтә. 19 ноябрҙән 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы-2018” оператив-иҫкәртеү операцияһы үткәрелә.

Ылыҫлы ағасы рөхсәтһеҙ киҫкән өсөн граждандарға 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә иһә 200-300 мең һум штраф һалына.


Читайте нас: