Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2018, 17:04

Тиҙҙән Яңы йыл!

Ҡыш бабайға хат яҙ! 18 ноябрҙә балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ихлас ышанған тылсымлы әкиәт геройы – Ҡыш бабай тыуған көнөн билдәләй.

Изге күңелле был бабайға нисә йәш икәнлеге билдәһеҙ, әммә тап ошо көндә уның биләмәһендә – Бөйөк Устюгта ынйы ҡарҙары һәм ҡаты һалҡындары менән ысын ҡыш үҙ хоҡуҡтарына инә икән.
Беҙгә лә һалҡындар килеп етте, дөрөҫ, әлегә йым-йым итеп балҡыған ҡар бөртөктәренән башҡа. Ә Ҡыш һулышын тойоу һәм мөғжизәгә ышаныу өсөн өс йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балаларҙы “Ҡыш бабайға хат” республика проектында ҡатнашырға саҡыралар.
Өфөнөң “Ҡаланы үҫтереүҙең йәмәғәт фонды” социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды һәм Ҡыш бабайҙың махсус хеҙмәте проектта ҡатнашыусыларҙан хаттар ҡабул итә башланы ла инде.
Шарттарға ярашлы, ҡатнашыусылар Ҡыш бабайға хат яҙырға һәм унда йыл дауамында ниндәй изге эштәр башҡарыуҙары тураһында яҙырға һәм махсус заданиелар үтәргә тейеш.
Хаттарығыҙҙы 23 ноябргә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, "Ҡыш бабайға” тип исемләнгән абонент йәшнигенә йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Проект шарттары буйынса бүләктәр һорап яҙылған хаттар ҡаралмай, конкурста изге эштәр тураһында хәбәр ителгән хаттар ғына ҡатнаша, тип белдерҙе ойоштороусылар. Ә еңеүселәр Өфөгә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән үтәсәк Раштыуа шыршыһына саҡырыла, ул ғинуарҙа, каникул көндәрендә уҙасаҡ.
Ентекле мәғлүмәтте “Ҡаланы үҫтереүҙең йәмәғәт фонды” сайтында табырға мөмкин.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: