Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2018, 16:54

Көҙ – туйҙар мәле

Октябрҙә районда 24 пар никахҡа ингән.

Элек-электән көҙҙөң икенсе айы булған октябрҙе, ул беҙҙе быйыл йылы көндәре, һаман да йәшел үләндәре һәм һуңғы сәскәләре менән шатландырҙы, туйҙар мәле тип йөрөткәндәр. Биш йыл татыу ғүмер кисергән парҙар – ағас туй, 15 йыл – быяла, 25 йыл – көмөш, 50 йыл – алтын туйҙарын үткәргән.

Беҙҙең көндәрҙә лә бик күп туй йолалары һаҡланып ҡалған. Райондың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә тантаналы шарттарҙа алтын һәм бриллиант юбилярҙарҙы, яңы өйләнешкән йәштәрҙе ҡотлап, уларға оҙон, бәхетле тормош теләй.

Октябрҙә беҙҙә 24 пар никахҡа ингән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 15 ғаилә айырылышҡан. Йыл башынан октябрь аҙағына тиклем бөтәһе 138 никах тарҡатыу тураһында акт яҙмаһы теркәлгән (үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда туғыҙға күберәк), 240 пар (+36) никахҡа ингән. Ошо ваҡыт эсендә быйыл 315 бала (2017 йылда – 344) донъяға килгән, 518 кеше (былтыр - 539) вафат булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, октябрҙә эшкә һәләтле һәм пенсия йәшендәге 55 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Үткән йылдың ошо уҡ айында – 50 кеше.

Был айҙа 32 сабый – 15 малай һәм 17 ҡыҙ тыуған, былтырғыға ҡарағанда бишкә кәмерәк. 11 ғаиләлә – беренсе, 12-һендә – икенсе, өсөһөндә – өсөнсө, икеһендә – дүртенсе һәм өс ғаиләлә бишенсе балалары донъяға килгән.

Яңы тыуған сабыйҙар араһында Карина, Дарья, Диана, Эмилия, Артем, Богдан кеүек исемдәр популяр. Һирәк булһа ла Айлин, Данияр, Платон, Валерия исемдәре лә осрай.


Читайте нас: