Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2018, 16:53

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингына инде

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге тапҡыр рейтингка инде. Унан тыш, республика етәксеһе беренсе урында тора.

Уҙған айҙа Радий Хәбиров хаҡында киң мәғлүмәт сараларында 9774 яңылыҡ баҫылған (медиаиндекс 100 376,0). Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы артынса Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов килә (7978 яңылыҡ һәм медиаиндекс 60 823,8). Өсөнсө урында – Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин (52 403,8 медиаиндекс менән 8086 хәбәр).

Популяр яңылыҡтар:

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовты Красногорск башлығы Радий Хәбиров алмаштырҙы.

11 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Хөкүмәтен төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырҙы.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рафаэль Яппаровты министр вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

2014 йылдан Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләгән Әнүәр Бакиров Радий Хәбировтың тәнҡитләүенән һуң үҙ теләге менән отставкаға китте.

Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең һигеҙ вице-премьерын отставкаға оҙатты.

Радий Хәбиров «Башҡортостан» нәшриәтен бөлгөнлөккә төшөрөүгә юл ҡуймаҫҡа ҡушты.