Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2018, 16:09

Йырлай-йырлай йәшәгәндә, бар донъялар яңырыр!

Ауыл халҡын тәү сиратта дөйөм социаль проблемалар – төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре борсой.

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә яңы төҫ алды.

Ауыл биләмәһе хакимиәте, фельдшерлыҡ пункты һәм почта элемтәһе бүлексәһе урынлашҡан мәҙәниәт йортона был көндө үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар, әүҙем йәмәғәтселәр һәм күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр йыйылды. Үҙешмәкәр артистар “Тыуған яғым мәҙәниәте” проекты сиктәрендә һатып алынған сәхнә кейемдәре, йыһаздар һәм музыка уйын ҡоралдары презентацияһына ашыҡһа, икенселәре иһә Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотовҡа һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Антон Матренин менән Тимур Ғилмийәровҡа шәхсән үҙ һорауҙарын бирергә теләне.

Ҡабул итеү барышында төрлө һорауҙар яңғыраны һәм улар шәхси характерҙа ғына булманы. Ауыл халҡын тәү сиратта дөйөм социаль проблемалар – төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре борсой. Фәнисә һәм Фәрхәт Ғәбитовтар, мәҫәлән, үҙ урамдарында йәшәүселәр исеменән депутаттарҙың газ үткәргес һуҙыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны. Ә бына ҙур шәхси хужалыҡ тотоусы Айҙар Зарипов һөт йыйыуҙы ойоштороуға бәйле борсолоуын белдерҙе. Әлбиттә, бөгөн ауылда ла, ҡалаларҙа ла иң киҫкен һәм көнүҙәк мәсьәлә булып торған сүп-сар реформаһы, пенсияға ҡағылышлы һорауҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Шуны әйтергә кәрәк, мөрәжәғәттәр тик һорауҙарға яуап биреү менән генә сикләнмәне. Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ҡыҙыл һәм Ибрай ауыл Советтары халҡы менән әңгәмәлә депутаттар ауыл тормошоноң күп кенә яҡтары – эш урындары булыу-булмауы, демография, юл инфраструктураһы һәм хеҙмәттәр күрһәтелеүе менән дә ҡыҙыҡһынды. Осрашыу йылы мөнәсәбәттә барҙы.

Концерт программаһы ла шундай уҡ кәйеф менән дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Ғәзизов сәләмләне, сәхнәлә күҙ яуын алырҙай милли костюмдарҙа үҙешмәкәр артистар, танылыу яулаған “Әхирәттәр” төркөмө, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокаль, бейеү коллективтары, ағинәйҙәр сығыш яһаны. Яңы кейемдәр, музыка уйын ҡоралдары - партия проектына ярашлы һатып алынған әйберҙәрҙең бер өлөшө генә. “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә клуб бинаһы түбәһе капиталь ремонтланды, музыка аппаратураһы, яҡтылыҡ ҡорамалдары һатып алынды, сәхнә йыһаздары яңыртылды. Был маҡсатта федераль бюджеттан 2 млн 999 мең һум һәм республика бюджетынан 409 мең һум аҡса бүленде.

Ҡыпсаҡ-асҡарҙарға киләсәктә лә уңыштар, йырлай-йырлай ижади үрҙәргә артылыуҙарын һәм яңынан-яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙарын теләргә генә ҡала.























2018 йылда “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектында Башҡортостандың 15 ауыл мәҙәниәт йорто, шул иҫәптән Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто ла ҡатнашты. Мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан - 47 млн һумдан ашыу, республика ҡаҙнаһынан – 6,423 млн, муниципаль бюджеттарҙан 2,815 млн һум аҡса бүленде.
Читайте нас: