Әлшәй хәбәрҙәре
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2018, 12:40

Юбилей объектында Владимир Нагорный булып китте

Депутатты сәфәрендә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин оҙатып йөрөнө.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе, яҡташыбыҙ Владимир Нагорный районыбыҙға сәфәре барышында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү эштәре менән танышты. Подрядсы ойошма етәкселеге менән әңгәмәлә Владимир Александрович башҡарылған һәм планлаштырылған эштәр, төҙөлөш материалдарының сифаты, бригадалар һаны һәм, әлбиттә, сроктарҙың күҙәтелеүе менән ҡыҙыҡһынды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проекты сиктәрендә был объектты төҙөү сентябрҙең тәүге көндәрендә башланды һәм киләһе йылдың сентябрендә тамамларға ниәтләйҙәр.

Читайте нас: