Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2018, 12:42

Хәрби оҫталығын камиллаштыра

Раевка ауылынан Айҙар Шәйәхмәтов былтыр ноябрҙә армия сафына алына.

Ул Мәскәү өлкәһенә, Хәрби-космос ғәскәрҙәренә, элемтә батальонына эләгә. Ә күптән түгел Айҙар хеҙмәт иткән хәрби частан рәхмәт хаты килгән.

“Хөрмәтле Гүзәл Рәйес ҡыҙы! – тип мөрәжәғәт итә һалдаттың әсәһенә рота командиры. – Хәрби ант биргәндән һуң улығыҙ үҙ белгеслеге буйынса бурыстарын яуаплы башҡара, хәрби оҫталығын тырышып камиллаштыра. Айҙар һәр ваҡыт инициатива күрһәтә, хеҙмәтендәге уңыштары өсөн дәртләндереүҙәргә лайыҡ. Һеҙ Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһын тәрбиәләгәнһегеҙ һәм улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ”.

Әсәһе улы өсөн бик шат, егет хеҙмәттәштәре араһында ла ҙур хөрмәт ҡаҙанған, командирҙары ла унан ҡәнәғәт. Өлгөлө һалдаттың өләсәһе Ғәлиә Миңлевәли ҡыҙы, олатаһы Рәйес Вәхит улы, һеңлеһе Диана һәм, әлбиттә, дуҫтары Айҙар ла менән бик ғорурлана.

Шаян холоҡло, аралашыусан, ярҙамсыл, өлкәндәргә хөрмәт менән ҡараған был тырыш егет армияға тиклем Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. Хеҙмәттән ҡайтҡас, ул һайлаған һөнәре буйынса эшләргә, ә иң мөһиме – яҡындары, туғандары һәм яратҡан кешеләре тураһында хәстәрлек күреп, лайыҡлы йәшәргә хыяллана.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Айҙар Шәйәхмәтов.