Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 16:52

Йәшлегем һин – комсомол!

ВЛКСМ-дың 100 йыллығына ҡарата

Улар тураһында романдар яҙылған, нәфис фильмдар төшөрөлгән, йырҙар, шиғырҙар ижад ителгән. Комсомолдарҙың һәр быуыны илебеҙ тарихында үҙенең ҡабатланмаҫ эҙен ҡалдырҙы. Берәүҙәр өсөн ул революция, граждандар һуғышы һәм тәүге биш йыллыҡтар булһа, икенселәргә - Бөйөк Ватан һуғышы, ә өсөнсөләрҙең йәшлеге иһә һуғыштан һуңғы героик хеҙмәт йылдарына тура килә. Комсомолдар сиҙәм ерҙәрҙе күтәрә, төньяҡта нефть ятҡылыҡтарын аса, Байкал-Амур магистрален, Себер электростанцияларын төҙөй, фәнни-техник прогресс һәм йыһан киңлектәрен яулай.

Комсомол хөрмәтенә урамдар һәм парктар, театр һәм училищелар, завод-фабрикалар, ҡала һәм ауылдар аталған. Бына инде утыҙ йылға яҡын был ойошма булмаһа ла, бөтә быуындар өсөн 29 октябрь – комсомолдың тыуған көнө - һаман да иҫтәлекле дата. Уны йыл һайын элекке СССР-ҙың бөтә төбәктәрендә киң билдәләп үтәләр.

Был көндө 1984-1987 йылдарҙа ВЛКСМ район комитетын етәкләгән Петр Васильченко йәшлек йылдарын бына нисек хәтеренә төшөрә:

- Йыл һайын ВЛКСМ-дың тыуған көнөндә беҙ - элекке комсомолдар кисә генә айырылышҡан ысын дуҫтарҙай осрашып күрешәбеҙ. Комсомол – беҙҙең йәшлегебеҙ. Беҙ көслө, дәртле һәм яңынан-яңы үрҙәр яуларға әҙер инек. Байтаҡ йылдар уҙһа ла, комсомол мәктәбен үткәндәрҙең барыһы ла бөгөн дә йәш, ысын лидерҙар. 80-се йылдарҙа районда - 6,5 мең комсомол, 80 тәүге ойошма иҫәпләнде. Мин ул ваҡыттарҙы, комсомол башлыҡтарын бик йыш иҫкә алам, был матур осорҙа бергә эшләгән иптәштәрем менән ғорурланам.

Әлфиә Терентьева, ВЛКСМ район комитетының иҫәп секторы мөдире:

- Комсомол – ул беҙҙең тарихыбыҙ, уны бер нисек тә һыҙып ташлап булмай. Ул йәштәрҙе тәрбиәләне, яуаплылыҡҡа, инициативалыҡҡа, хеҙмәткә өйрәтте, берләштерҙе. Күптәр, минең кеүек үк, ВЛКСМ сафына ҡабул итеүҙе тулҡынланып хәтерләй. Комсомолда осраҡлы кешеләр булманы. Һәр кем үҙ юлын тапты, күптәр комсомол юлламаһы менән завод-фабрикаларҙа һөнәр алды, уҡырға ебәрелде. Был бик дөрөҫ һәм яҡшы ойошма булды. Әгәр уның традициялары һаҡланһа, заманыбыҙҙың кире күренештәренә ныҡлы кәртә булыр ине.

Флүрә Миңлебаева, ВЛКСМ-дың XX Бөтә Союз съезы делегаты:

- Ул ваҡытта мин, ун туғыҙ йәшлек һылыу, үҙебеҙҙең Иҫке Аҡҡолай фермаһына эшкә барҙым. Ғүмер буйы һауынсы булып хеҙмәт һалған әсәйем миңә үҙенең һыйырҙарын ышанып ҡалдырҙы. Тырышып эшләп, тиҙҙән алдынғылар сафына баҫтым. Хеҙмәт ҡаҙаныштарымды күреп, “Завет Ленина” етәкселеге хаҡлы ялға киткән легендар һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙының төркөмөн тапшырҙы. Колхоздың иң йәш алдынғы һауынсыһы булараҡ, мине ВЛКСМ-дың XX съезына делегат итеп ебәрҙеләр. Ул матур хәтирәләрҙе бөгөнгә тиклем ҡәҙерләп һаҡлайым.

Рузалия Сәғитдинова, Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе комсоргы:

- Комсомол беҙҙе сыныҡтырҙы, оло тормошҡа юл күрһәтте. Беҙ үткәргән төрлө патриотик саралар, байрамдар, смотрҙар, конкурстарҙың иҫәбе-һаны ла юҡ! Йәшлек дәрте, әллә күпме идеялар менән яна инек! Ә үҫеп килеүсе быуын – йәш пионер дуҫтарыбыҙҙы шефлыҡҡа алыу, уларҙы комсомолға инеүгә әҙерләүҙәр? Ә район комитетынан яңы ғына комсомолға алынғандарҙың шатланып ҡайтыуҙары? Быны һүҙҙәр менән генә аңлатып булмай. Комсомол мәктәбен үткән бик күптәр уға рәхмәтле. Шул иҫәптән мин дә.

Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы 1918 йылдың 29 октябрендә ойошторола. Комсомол тормоштоң бөтә өлкәләренә: сәнәғәт һәм иҡтисад, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, спорт, ялды ойоштороуға ғәйәт ҙур йоғонто яһаны. Һәр уҡыу йортонда, ойошма һәм предприятиела, көс ведомстволарында мотлаҡ ВЛКСМ-дың тәүге ойошмаһы булды.

Комсомол 1991 йылда ГКЧП-ның август фетнәһенән һуң үҙ эшен туҡтатты. ВЛКСМ-дың XXII ғәҙәттән тыш съезы совет комсомолының тарихи роле бөтөүен иғлан итте һәм ойошманың үҙ-үҙен тарҡатыуы тураһында белдерҙе. Ошонан һуң комсомол менән сағыштырырлыҡ бындай көслө йәштәр ойошмаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булманы.

Башҡа фотоларҙы сайтыбыҙҙың ФОТО бүлегендә (https://alsh-vesti-b.rbsmi.ru/) ҡарағыҙ.

Читайте нас: