Бынан 60 йыл элек Әлшәй районы балалары өсөн Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто асылды. Бында бөгөн дә теләге булған һәр кем шөғөлләнә ала, дәрестәр бушлай үткәрелә, тимәк, төрлө социаль категорияларға ҡараған балалар йөрөй. Һәм әйтергә кәрәк, уларҙың күбеһе өсөн Пионерҙар йорто икенсе тыуған йортона әйләнгән.
Пионерҙар йорто – күп профилле өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, бында 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар ижади һәләтен үҫтерә, белем даирәһен киңәйтә, аралашырға өйрәнә. Улар биш йүнәлеш буйынса эшләүсе төрлө берекмәләрҙә, студияларҙа, секцияларҙа, клубтарҙа шөғөлләнә. Берекмәләрҙең күбеһе район мәктәптәрендә лә ойошторолған.
Талантлы һәм һәләтле балалар менән эшләү, уҡыусылар араһында фәнни- тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу, һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сиккләнгән балалар менән эшләү, тыуған яғыбыҙ тарихына һәм йолаларына һөйөү тәрбиәләү һөҙөмтәһендә Пионерҙар йорто алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүерелде. Бында өҫтәмә белем биреү етәкселәренең республика семинарҙары, ун йыл рәттән “Башҡортостан ынйылары” республика балалар фольклор конкурсы финалы ойошторола.
Пионерҙар йорто “Рәсәй гражданинын юғары әхлаҡлы, яуаплы, ижади, инициативалы, компетентлы итеп тәрбиәләү һәм үҫтереү факторы булараҡ, профилле турист-тыуған яҡты өйрәнеү лагеры шарттарында эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге” темаһы буйынса Федераль мәғарифты үҫтереү институтының һынау майҙансығы, “Мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә шөғөлләнеүселәрҙең төп компетенцияларын формалаштырыуҙың педагогик шарттары” темаһы буйынса республика мәғарифты үҫтереү институтының база майҙансығы булып тора. Беҙҙең педагогтар “Йыл педагогы”, “Йыл методисы” республика конкурстарында, балаларға өҫтәмә белем биреүҙең авторлыҡ мәғариф программаларының бөтә Рәсәй конкурстарында еңеү яулап, дипломдарға лайыҡ булды.
Әммә Пионерҙар йортонда төп иғтибар – балаларға! Бында өлкән синыф уҡыусылары ла, үҫмерҙәр ҙә, мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа ижади эш менән шөғөлләнә. 13 йыл элек беҙҙә “Зирәк ҡыҙҙар һәм малайҙар” иртә үҫеш мәктәбе”н булдырыу идеяһы барлыҡҡа килде. Эште ике төркөмдән башланыҡ. Бөгөн инде унда 100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Ата-әсәләрҙең ҡайһы берҙәре беҙгә икенсе, ҡайһы берҙәре инде өсөнсө балаһын да алып килә. Иң мөһиме, “Иртә үҫеш мәктәбе”н тамамлаусылар беҙҙән китмәй, ә төрлө берекмәләргә йөрөүҙәрен дауам итә.
Пионерҙар йорто – үҙенең традициялары, ҡиммәттәре, табыштары, еңеүҙәре һәм шатлыҡтары булған бәхетле бала саҡ иле. Унда бала үҙ фантазияһын реаль ҡаҙаныштарға әйләндерә. Лидерҙар мәктәбе, йыр театры, бейеү ансамбле, мода театры, үҫмерҙәр клубы һәм балалар телевидениеһы шәхес тәрбиәләүҙең үҙенсәлекле формаһы булып тора.
“Эҙәрмән” берекмәһе уҡыусыларының эҙләнеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ойошторолған тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы балаларҙа гражданлыҡ һәм илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Балалар район ветерандар советы, үҙәк район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге һәм Әлшәй район хәрби комиссариаты архивы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. йәш эҙәрмәндәр “Һинең ғаиләңдә Бөйөк Ватан һуғышы ниндәй эҙ ҡалдырған”, “Онотмағыҙ, кешеләр!”, “Мәңгелек хәтер”, “Еңеү вариҫтары” акцияларын уҙғара, батырлыҡ һәм хәтер кисәләре үткәрә.
Пионерҙар йортона йөрөүселәр фәнни- тикшеренеү эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. Уларҙың күбеһе “Минең кесе Тыуған илем”, “Ватан”, “Бала саҡ адресы – Рәсәй” һәм “Йәштәр модаһы” халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика бәйгеләрендә еңеү яуланы. Театр ижады берекмәләре, ата-бабалар тормошон, тыуған яҡ тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, ҙур тикшеренеү эше алып бара. “Мода театры” өлгөлө балалар коллективында, “Аманат” театр коллективында, “Айгүзәл” фольклор коллективында шөғөләнеүселәр “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә Рәсәй Президенты Указы менән булдырылған талалантлы йәштәрҙе хуплау премияларына лайыҡ булды.
Беҙ күп йылдар инде “Беҙ урамдан көслөрәк” проектын бойомға ашырабыҙ. Уның исеме осраҡлы рәүештә генә һайланманы. Мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр араһында өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәре менән ҡыҙыҡһыныуҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелгән һорау алыуҙар малайҙарҙың башлыса техник ижад менән шөғөлләнергә, үҙ ҡулдары менән техниканы һүтеп ҡорорға, карт һәм мотоциклда йөрөргә теләүҙәрен асыҡларға ярҙам итте. Шунлыҡтан техник йүнәлештәге берекмә ойошторорға ҡарар ителде.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған, имен булмаған һәм аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған ғаиләләрҙәге, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған үҫмерҙәрҙе берекмәләр эшенә йәлеп итеү – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ундай балаларҙы тормошта яңғыҙ ҡалдырырға ярамай, сөнки уларҙың эргәһендә сүкеш кенә тоторға өйрәткән атай кешенең дә булмауы мөмкин бит. Бигерәк тә бөгөнгө үҫмерҙәргә хәстәрлекле һәм түҙемле педагог, үҙ эшенең оҫтаһы кәрәк. Ә ундай белгестәр Пионерҙар йортонда күп. “Тәгәрмәс” мотоклубы, “Йәш картингист”, “Футбол. Хоккей”, “Ағас эштәре оҫтаһы” һәм “Йорт эштәре оҫтаһы” берекмәләре үҫмерҙәр араһында популярлыҡ яуланы. Бер нисә йыл эсендә спорт-техник йүнәлештәге берекмәләр дәрестәре өсөн тейешле шарттар тыуҙырылды, балалар өсөн спорт-уйын майҙансығы, картодром, сисенеп кейенеү өсөн йылы бүлмә төҙөлдө. Күңел бирһәң, бөтә нимәне лә эшләргә мөмкин шул!
Хәҙерге ваҡытта өҫтәмә белем биреүҙә техник йүнәлеште үҫтереүгә, белем биреү процесында мәғлүмәт технологияларын файҙаланыуға ҙур иғтибар бирелә. Пионерҙар йорто был йәһәттән дә ситтә ҡалманы. Бер нисә йыл инде беҙ “Балалар телевидениеһы” проектын тормошҡа ашырабыҙ, педагогтар ҙа, балалар ҙа уның тураһында күптән хыяллана ине. Район хакимиәте, беҙҙең башланғысты хуплап, ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итте. Беҙ “Әлшәй ТВ” телестудияһы һәм БСТ каналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, “Пионер ТВ” балалар телевидениеһы тапшырыуҙары аҙна һайын урындағы телевидениенан күрһәтелә. Технопарк булдырыу буйынса тәүге аҙымдар яһала. Район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән үткән йылдың сентябрендә Пионерҙар йортонда “Робототехника” берекмәһе асылды. Конструкциялау, программалаштырыу менән мауыҡҡан балаларға яҡшы мөмкинлек тыуҙы. Тәүге уңыштар ҙа бар. Райондың йәш робототехниктары командаһы, уның составына беҙҙең берекмә уҡыусылары ла инә, “Киләсәк мәғарифы” Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны-2017 эшендә ҡатнашты.
Сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға беҙ айырым иғтибар бирәбеҙ, педагогтар уларҙы махсус белем биреү программалары буйынса өйҙә уҡыта. Улар ҡатнашлығында байрамдар, шәхси күргәҙмәләр, экскурсиялар, тыуған яҡты өйрәнеү экспедициялары үткәрелә. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ “Инвалид балаларға иң яҡшы сәйәхәт” республика конкурсында еңеүсе, “Таланттар йондоҙлоғо” асыҡ конкурсы финалистары булды.
Үҙ һөнәренә тоғро уҡытыусылар ярҙамы менән районда пионер ойошмаһы һаҡланып ҡалды. Йыл һайын, 19 майҙа, беҙҙә Пионерия көнө билдәләнә. Галстук бәйләгәндә бөгөнгө балаларҙың да йөҙҙәре бәхетле балҡый.
Беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы ваҡыт күрһәтте. Бөгөн пионерҙар “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр”, “Өләсәйем һандығы”, “Шәфҡәтлелек”, “Һинең сәләмәтлегең”, “Экология һәм балалар” программалары буйынса эшләй. “Шишмәкәй” район пионер ойошмаһы “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар ижтимағи ойошмаһының һынау майҙансығы булып тора.
Пионерҙар йорто эшмәкәрлеге бер минутҡа ла туҡталып тормай. Уҡыу йылын мауыҡтырғыс йәй алмаштыра. Заманса педагогик технологиялар ҡулланып “Каникулдар” программаһы эшләнде. “Бала саҡ планетаһы” көндөҙгө лагеры, “Сығанаҡтар” турист-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге профилле лагерь, “Ҡояшҡай” балалар уйын майҙансығы, “Фонтан янында” спорт комплексына йөрөүселәр күп. Педагогтар сәфәрҙәр, экологик экспедициялар, күп көнлөк сәйәхәтләр, “Тыуған яғым буйлап” экскурсиялары, Башҡортостан йылғалары буйлап һалда йөҙөү ойоштора. Йыл һайын туристар слеттары, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсы, балалар һабантуйы үткәрелә.
Пионерҙар йорто төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. “Беҙ урамдан көслөрәк!” проекты “Балалар һәм йәштәр ялын тәьмин итеү фәне һәм практикаһы” программалар һәм фәнни-методик эшләнмәләрҙең Бөтә Рәсәй конкурсы Гран-прийына лайыҡ булды, ул Анапа ҡалаһында “Балалар ялын үҫтереү стратегияһы-2020” XVII Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороусылар форумы сиктәрендә уҙғарылды. 2016 йылда балаларҙың йәйге ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса Пионерҙар йорто программа һәм фәнни-методик эшләнмәләҙең III Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды, уны Мәғарифты үҫтереү федераль институты ойошторҙо. Шул уҡ йылда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса республика конкурсында “Ойошма – мастер” исеме алды.
Беҙҙә балалар ял итеп кенә ҡалмай, аҡса ла эшләй ала. Был маҡсатта йыл һайын райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге менән балиғ булмағандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса килешеү төҙөйбөҙ.
1998 йылда Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто “Матур мәктәп” халыҡ-ара хәрәкәтенә ҡушылды. Ошо йылдар эсендә бинаны, территорияны төҙөкләндереү проекттары бойомға ашырылды, балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә мәғариф берекмәләренең төрлө формалары булдырылды. Пионерҙар йорто “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” район маҡсатлы программаһын эшләүселәрҙең береһе булды. “Матур мәктәп” конкурсында ҡатнашыу илдең төрлө төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә эш тәжрибәһен тәҡдим итеү, яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табыу, башҡа илдәрҙең мәғариф системаһы, инклюзив белем биреүҙе ойоштороу тәжрибәһе менән танышыу, юғары халыҡ мәктәптәре булдырыу мөмкинлеге бирҙе.
Проблемалар ҙа бар, әлбиттә. Әммә беҙ Пионерҙар йортоноң бурысы - балаларҙы ижади һәләтен үҫтереү һәм уларҙы бәхетле итеү булыуын онотмайбыҙ.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры;
Р. ЧАЛДАЕВА,
методика бүлеге мөдире.
Пионер активы йыйыны. 60-сы йылдар.